-4 °С
Болотло
“Ярлылар менән миһырбанлы бул, – тип өйрәткән ололар, – бай булғандары өсөн генә байҙарға баш эйеп барма. Әгәр тома наҙан берәүҙең гонаһ ҡылғанын күрһәң, был кеше белмәгәнлектән шулай ҡылана, ә мин белә тороп гонаһ эшләйем бит, тимәк, ул минән яҡшыраҡ тип уйла. Кафыр күрһәң дә, уны ғәйепләргә ашыҡма, был әҙәм, бәлки, донъянан үткәндә булһа ла иманға килер, ә мин үҙем иманлы булып үтерменме, әллә юҡмы, тип уйла. Һинең күңелеңдә, тимәк, был кеше бына ошо яғы менән дә минән өҫтөн тигән уйҙар булһын”.