Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, август айында дауахананың хирургия бүлегендә христиандар өсөн ошондай бүлмә булдырылғайны. Хәҙер мосолмандар ҙа медицина учреждениеһының үҙендә доғалар уҡып, ғибәҙәт ҡыла ала.
Ҡыуаныслы ваҡиға уңайынан дауаханаға мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты рәйесе урынбаҫары Мәүлетдин хәҙрәт килде. Ауырыуҙарҙы, медицина хеҙмәткәрҙәрен ошо иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, ул бындай бүлмәләрҙең башҡа дауаханаларҙа ла асылыуы һәм бының бик тә дөрөҫ ҡарар булыуы тураһында әйтеп үтте, сөнки кешенең тәнен генә түгел, йәнен дә сихәтләндереү мөһим, тине ул.
Ғибәҙәт ҡылыу өсөн тәғәйенләнгән бүлмә бөтә ислам ҡанундарына ярашлы йыһазландырылған. Бында тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында һәр кем Хоҙай Тәғәләнән ярҙам һорап, доға ҡыла һәм намаҙ уҡый ала. Шулай уҡ бында тупланған дини китаптарҙан төрлө һорауҙарға яуап табырға мөмкин. Әйткәндәй, Мәүлетдин хәҙрәт тә ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһендәге китапханаға рус телендә нәшер ителгән Ҡөръән китабын бүләк итте.
Дауаханала ошондай бүлмә асыуға ҙур тырышлыҡ һалған район имам-мөхтәсибе Илшат хәҙрәт бик күп изге теләктәрен еткерҙе, бүлмә буш тормаһын, ауырыуҙар Хоҙайҙан ярҙам һораһын, дауаланып, һауығып сығыусылар ҙа Аллаһы Тәғәләгә мөмкин тиклем йышыраҡ рәхмәтен белдерһен ине, тине ул. Баш табип урынбаҫары Зөһрә Нәбиуллина ла, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының баш табип Н. С. Зыязетдиновҡа һәм дауахана коллективына рәхмәт хатын ҡабул итеп, шундай фекер белдерҙе.