Уның тәбиғәткә лә, кеше һаулығы өсөн дә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Төп йәшәү сығанағы булған һыуҙың юғары ҡиммәте, баһаһы Ҡөрьәндә күп тапҡыр тәҡрарлана. “Иманға килмәгән кешеләр Күк менән Ерҙең тәүҙә бер бөтөн булғанын әллә белмәйме? – тиелә изге китапта. – Беҙ уларҙы айырҙыҡ һәм һәр нәмәне һыу ярҙамында тереклек биреп яралттыҡ”.
Беҙ, әл-хәмдү лил-ләһ, һыуға мохтажлыҡ кисермәйбеҙ. Ә бына сүллектә йәшәгәндәр өсөн ул иң ҡәҙерле һый булып һанала. Ғәрәптәр, мәҫәлән, ҡунаҡтары алдына ла тәүҙә һыу ҡуйып сыға. Тән сәләмәтлеге өсөн уның файҙаһы шул ҡәҙәр ҙур, тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙ үҙе, ғәҙәттә, ашар алдынан һалҡын һыуға бал ҡушып эсергә яратҡан. Бындай ҡатышма ашҡаҙандың төрлө ауырыуға ҡаршы тороу ҡеүәтен арттыра, бөйөр, бауыр, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген яҡшырта, йәнгә лә, тәнгә лә көс бирә.
“Һыуҙы, дөйә кеүек, бер тынала эсеп ҡуймағыҙ, – тип өйрәткән Пәйғәмбәребеҙ. – Тәүҙә “бисмилләһ” әйтеп, аҙаҡ Аллаһ Тәғәләнең биргәненә шөкөр итеп, айырым йотомдарға бүлеп эсегеҙ”. Ул шулай уҡ һыу тултырылған һауыттарҙың өҫтөн ябып тоторға ҡушҡан. “Бисмилләһ” әйтеп ҡапланһа, төрлө бөжәк төшә алмаҫ, ен-фәлән дә ҡағылмаҫ, тигән.
Һыуҙың көсө шул ҡәҙәр ҙур. Ул үҙенә бөтөн мәғлүмәтте ҡабул итә. Яҡшы һүҙ, изге уй-ниәт бар ерҙә шифалыға әүерелә, кире осраҡта иһә, ярһып китеп, әллә күпме һәләкәткә килтереүе ихтимал.