Хикәйәттәрҙең береһен иҫкә төшөрөп үтәйек. Мәғлүм ки, Сөләймән ғәләйһис-сәләм пәйғәмбәр ҙә, батша ла булған. Ошондай ике ҙур вазифаны бергә алып барыу, һис шикһеҙ, ифрат ҙур яуаплылыҡ талап иткән. Пәйғәмбәр булараҡ, Аллаһ Тәғәлә тарафынан ебәрелгән дини ҡанундарҙы өйрәтһә, батшалыҡ уның иңенә халыҡты яҡлау, һаҡлау кеүек һәм башҡа бихисап бурыс йөкмәткән.
Бер көн Сөләймән ғәләйһис-сәләм үтә оло йәштәге, бөкрәйгән, әммә арҡаһына ауыр утын йөкмәгән бабайға тап булған. Ҡарт шунда уҡ аһ-зарын еткергән: “Бына ошолай көн итәм инде, фәҡирмен...” Сөләймән ғәләйһис-сәләм уға бер алмас тотторған. “Ошо байлыҡ ғүмереңдең ахырына хәтлем етәсәк, хатта ки һинән һуң да ҡаласаҡ әле”, – тигән ул. Күпмелер ваҡыт үткәс, теге ҡартты йәнә осратҡан. Бабай хас теге сағындағы хәлдә йөрөй икән: бөкрәйгән, арҡаһына ауыр йөк аҫып алған... Был күренешкә ныҡ ғәжәпләнгән Сөләймән ғәләйһис-сәләм: шул ҡәҙәр байлығы була тороп, нисек һаман фәҡир ҡиәфәтендә йөрөргә мөмкин? Ҡарт иһә йәнә аһ-зарын еткергән: “Эй... Теге мәл алмас тотоп ҡайтып килә инем, берәүҙәр талап алды...” Сөләймән ғәләйһис-сәләм уға икенсе тапҡыр алмас һонорға торғанда, Аллаһ Тәғәләнән әмер килгән: “Бирмә – тормошон барыбер үҙгәртә алмаҫһың: ғүмер буйы әлеге хәлендә ҡаласаҡ”.
Моңһоҙлоҡ, һәлкәүлек, битарафлыҡ Исламда бөтөнләй хупланмай. Әҙәм балаһы йәшәү өсөн тырышырға, бер урында тапанмай, һәр саҡ ғәҙеллек, намыҫ менән алға ынтылырға тейеш. Шул саҡта Аллаһ Тәғәлә уға хәйерле байлыҡ насип итер. Хаҡ булмаған юлда тупланған мөлкәт иһә – бер айлыҡ. Унан әҙәм балаһының үҙенә лә, балаларына ла файҙа килмәҫ, тормоштарына ҡот-бәрәкәт ҡунмаҫ, тиелә дини китаптарҙа.