* “Әл-Бәҡара” сүрәһендә ҡушылғанса, ниәт итеп, хаж ғәмәлен үтәргә йыйынғандар енси яҡынлыҡ ҡылыуҙан, гонаһлы эштәрҙән, асыу тыуҙырған бәхәстәрҙән һаҡланырға тейеш. Әгәр инде тыйылғанды тотоп, изге ғәмәлде Аллаһ ризалығы өсөн башҡарһа, әҙәм балаһы өйөнә гонаһтарҙан арынып, яңы тыуған сабыйҙай сафланып ҡайтыр, тиелә хәҙистәрҙә.
Хаж ҡылыр алдынан һәр кем ғибәҙәттең төп асылына төшөнөргә, уны дөрөҫ атҡарыу юлдарын белергә, яңылышлыҡтарҙан һаҡланырға тейеш. Ә быға “Ҡөрьән Кәрим”де, Пәйғәмбәребеҙҙең сөннәтен өйрәнеп кенә өлгәшергә мөмкин.
* Хаждың үҙ тәртибе, ҡағиҙәләре бар. Уларҙы алдан өйрәнеү мөһим. Шул саҡта ғына хаж ғәмәле тулы, теүәл үтәлеп, Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡабул ҡылыныр.
* Ғәрәфәт тауына барырға йыйынғанда – Минә яланында, Ҡорбан байрамы алдынан Мөздәлифәлә ҡунып төн үткәреүҙе ҡалдырыуҙан һаҡланығыҙ, сөнки улар – Пәйғәмбәребеҙҙең сөннәте. Дин белгестәре билдәләүенсә, айырыуса Мөздәлифәлә таң атҡансы булыу мөһим, был хаждың бер терәге тип һанала.
* Мәсеттә намаҙ уҡыған кеше менән уның алдындағы сутра (кәртә) араһынан үтмәгеҙ. Пәйғәмбәребеҙ шулай ҡушҡан. “Намаҙ уҡығандың алдынан үткән өсөн үҙенә ниндәй ҙур гонаһ аласағын белһә, был кеше урынында ҡырҡ көн (ай, йыл) тороуҙың яҡшыраҡ икәнен аңлар ине”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Хаж мәлендә мәсеттәрҙә һәр кем үҙ алдына ошондай кәртә ҡуйырға тейеш. Алдан кеше үтеп йөрөмәһен өсөн эшләнә был.