Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
14 Июнь 2018, 14:13

Иманлы тормош – нурлы донъя

Изге Рамаҙан айына арнап, Яңы Сәпәш мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре Лилиә Әғзәмова һәм Венера Хәсәнова ауыл халҡы өсөн “Иман нуры” тип исемләнгән “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо.

Көтөп алған Рамаҙан айы ла тамамланып килә. Дин ҡәрҙәштәребеҙ был айҙа ураҙа тотоп, ифтар мәжлестәрендә ауыҙ астырып, туғандарына, яҡындарына ярҙам итеп матур ғәмәлдәр менән үткәрҙе.
Ошо изге айға арнап, Яңы Сәпәш мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре Лилиә Әғзәмова һәм Венера Хәсәнова ауыл халҡы өсөн “Иман нуры” тип исемләнгән “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо. Был сараға Өфө ҡалаһының “Ихлас” мәсетендә туғыҙ йыл белем алған Гөлфиә Рөстәм ҡыҙы Кейекбаева, оло йәштәге инәйҙәр - Шәмсиә Дәүлийәр ҡыҙы, Әнисә Лоҡман ҡыҙы, Гөлсирә Сәһәрйәр ҡыҙы һәм ауылыбыҙҙың дин юлына баҫҡан ҡатын-ҡыҙҙары йыйылды.
Лилиә Кинйәбай ҡыҙы сараны асып, йыйылыусыларға ихлас теләктәрен еткерҙе һәм, ошо матур кисә халҡыбыҙға изге юл күрһәтеүсе, таяныс, ҡаҡшамаҫ терәк булған бөйөк ислам диненең доғаларын, аяттарын, вәғәздәрен тыңлау, уларҙың аһәңлеген башҡаларға ла еткереү маҡсатында ойошторолдо, тине. Гөлфиә Кейекбаеваның сығышы ла йөкмәткеле булды, ул, күркәм холоҡ, асыҡ йөҙ, татлы тел күңелгә лә, тәнгә лә дауа, нәсихәттәр, аяттар, хәҙистәр аша йән, тән сәләмәтлегенә ирешәйек тип, файҙалы кәңәштәр бирҙе, ғәрәп телен өйрәнергә теләүселәрҙе килеп уҡытыу мөмкинлеге барлығын да әйтеп үтте.
Күркәм, йөкмәткеле сараны байытып, сәнғәт, әҙәбиәт өлгөләре, хикмәтле һүҙ, мөнәжәттәр яңғырап торҙо. Эйе, динебеҙ миһырбанлыҡҡа, сабырлыҡҡа, изгелеккә өндәй, кешеләргә хөрмәт менән ҡарарға өйрәтә. Хәҙистә лә бит “үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел” тип әйтелә. Шуға ла һәр сығыш айырым бер йылылыҡ, ихтирам менән ҡабул ителде. Һөйләшеү аҙағында мосолман ҡатын-ҡыҙҙарға яулыҡ бәйләү ысулдары күрһәтелде.
Читайте нас: