Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
8 Июнь 2018, 11:19

Ҡәҙер кисенең сауабы ҙур

Тап ошо кисте Аллаһы Тәғәлә бер йыл алға яҙмыштарыбыҙҙы, тәҡдиребеҙҙе билдәләй. Ҡәҙер кисенең сауабы мең айҙан да хәйерлерәк, мең ай ҡылған ғибәҙәттән дә артығыраҡ

Ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың, бына изге Рамаҙан айы ла яңы ғына башланған кеүек ине, инде тамамланыуға ла бара. Диндар мосолмандар был көндәрҙә ураҙа тота, мәсеттәрҙә тәрәуих намаҙҙары уҙа, күптәр өйҙәрендә ифтар мәжлестәре үткәрә.

Рамаҙан айының һуңғы ун төнөнөң береһе - Ҡәҙер кисе.

- Һәр беребеҙ өсөн был - ҡөҙрәтле, йылдың иң файҙалы, иң ҡиммәтле кисе ул, - ти райондың имам-мөхтәсибе, Раевка мәсете имам-хатибы Илшат хәҙрәт. – Тап ошо кисте Аллаһы Тәғәлә бер йыл алға яҙмыштарыбыҙҙы, тәҡдиребеҙҙе билдәләй. Ҡәҙер кисенең сауабы мең айҙан да хәйерлерәк, мең ай ҡылған ғибәҙәттән дә артығыраҡ. Шуға ла был төндө йоҡламайынса, изге эштәр башҡарып үткәреү, Ҡөрьән уҡыу, тәүбә итеү, үҙең, туғандарың, бөтә мосолмандар өсөн бәхет, һаулыҡ һорап, доғалар ҡылыу үҙебеҙгә файҙаға ғына булыр.

- Рамаҙан – изге ғәмәлдәр ҡылыу, йомартлыҡ һәм мәрхәмәтлек күрһәтеү айы. Ул тамамланыр алдынан фитыр саҙаҡаһы бирәбеҙ. Тик күптәр уны кемгә бирергә белмәй аптырай, туғандарға яраймы, йәки мәсеткәме?

- Тәү сиратта фәҡирҙәргә, ауырыуҙарға, йәтимдәргә бирергә кәрәк. Туғандарығыҙ араһында мохтаждар бар икән, уларға ла ярай. Ысынлап та, күптәр саҙаҡаны кемгә бирергә белмәй һәм мәсеткә килтерә. Ә беҙ уларҙы мохтаждарға тапшырабыҙ. Фитыр саҙаҡаһы мәсет ихтыяждарына сарыф ителмәй. Уны әле ошо көндәрҙә, мотлаҡ ғәйет намаҙына тиклем бирергә кәрәк. Юғиһә, ул фитыр саҙаҡаһы булып ҡабул ителмәйәсәк Байрам намаҙы 15 июндә 9 сәғәттә башлана. Тимәк, ошо ваҡытҡа тиклем һәр мосолман үҙе һәм балиғ булмаған балалары өсөн фитыр саҙаҡаһы бирә.

- Аңлатмағыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, хәҙрәт.

- Мәсеткә йөрөгөҙ, унда һеҙ бөтә һорауҙарығыҙға ла яуап табырһығыҙ.

Район мәсеттәрендә ғәйет намаҙы 15 июндә сәғәт 9-ҙа башлана.
Читайте нас: