Әлшәй хәбәрҙәре
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
9 Апрель 2018, 17:02

Бәхет менән мөхәббәт гел бергә

Ошонан алып Бәхет менән Мөхәббәт гел бергә, ти. Кешенең тормошонан ҡайһыһылыр китһә, уға икенсеһе лә эйәргән, сөнки был тойғолар – бер бөтөн. Ә әҙәм балаларының күбеһе ошоно һаман аңлай алмай.

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет.
– Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙер­ләмәй, улым. Ярата белмәйҙәр.
Бәләкәй Бәхет уйға ҡалған. “Ҙураям да кешеләргә ярҙам итә башлайым!” – тигән һығымтаға килгән ул.

Йылдар үткән. Буй еткергән Бәхет кешеләргә ихлас күңелдән ярҙам итә башлаған. Ә улары быны ишетергә, тойорға теләмәй икән. Ахырҙа Бәхет шиңә башлаған. Бөтөнләй юғалыуҙан ҡурҡып, ауырыуынан дарыу эҙләп, алыҫ юлға сығып киткән, ти.
Көнө-төнө барғас, ял итергә туҡ­таған. Ҡараһа, урман буйлап иҫкереп бөткән кейемле, ныҡ ҡартайған әбей китеп бара, ти.
– Арығанһығыҙҙыр, ял итеп алығыҙ, – тип һүҙ ҡушҡан уға Бәхет.
– Ошолай өлкәнгә һанауҙары үкенесле, – тигән әбей. – Мин бит – Мөхәббәт! Шундай йәшмен бит әле.
– Мөхәббәт? – тип хайран ҡалған Бәхет. – Ә мин донъяла иң матуры һеҙҙер тип уйлағайным...
– Ә һин кем?
– Бәхет.
– Нисек инде? Мин дә бит һинең хаҡта шундай уйҙа инем...
– Нимә эшләне был кешеләр беҙҙең менән?
– Ярай, хәҙер бергә булһаҡ, бер-беребеҙҙе хәстәрләһәк, тиҙ арала йәшәрербеҙ һәм матурланырбыҙ!

Ошонан алып Бәхет менән Мөхәббәт гел бергә, ти. Кешенең тормошонан ҡайһыһылыр китһә, уға икенсеһе лә эйәргән, сөнки был тойғолар – бер бөтөн. Ә әҙәм балаларының күбеһе ошоно һаман аңлай алмай.