Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
12 Март 2018, 18:08

“Һүҙ бутҡаһы” файҙалымы?

Заман кешеһе мәғлүмәткә ҡытлыҡ кисермәй. Мәғлүмәт күп тә, әммә уларҙың барыһын да мейегә һеңдереүҙең, иғтибар биреүҙең кәрәге бармы? Яңылыҡтар “бутҡаһы” зиһенгә файҙа килтерәме?

Заман кешеһе мәғлүмәткә ҡытлыҡ кисермәй. Интернет, телевизор, радио, гәзит-журнал һәм башҡа сығанаҡтар яңылыҡтарҙы яңғыратып, танытып тора. Мәғлүмәт күп тә, әммә уларҙың барыһын да мейегә һеңдереүҙең, иғтибар биреүҙең кәрәге бармы? Яңылыҡтар “бутҡаһы” зиһенгә файҙа килтерәме?
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм әйтеп ҡалдырғанса, буш һүҙ менән булышыу, күп һәм мәғәнә­һеҙ һөйләү, кәрәкмәгән мәғлүмәт йыйыу, уны таратыу мосолман өсөн бөтөнләй ят булырға тейеш. Көндәлек тормошто, хеҙмәт тәртибен яҡшыртыу хаҡында түгел икән, ундай хәбәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырыу зарур. Артыҡ ҡыҙыҡһыныу ҙа инҡар ителә. Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы камиллашыуға әйҙәмәгән, төрлө мәғлүмәт сараһынан йә кешенән ишеткән кире хәбәр, ғәйбәт менән уртаҡлашһа, үҙенә ҙур гонаһ йыя тигән һүҙ.


Ысын мосолман үҙенә ҡағылмаған нәмәгә иғтибар итмәүе, яҡынламауы менән айырылып тора. Был сифаты уның файҙаһыҙ эштәргә ваҡыт бүлмәүе, сит хаталарҙа ҡаҙынмауы хаҡында һөйләй. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дөрөҫ булмаған дәлилдәрҙән, кәрәкһеҙ һөйләшеүҙәрҙән, артыҡ ҡыҙыҡһыныу­ҙан, мәғәнәһеҙ бәхәстәрҙән, маҡта­ныуҙан ситтә торорға ҡушҡан.


Буш һүҙҙе тыңлау, мейегә һеңде­реү аңды томалай, фекерләү ҡеүәһенә зарар килтерә. Ваҡытты һәм көстө белемде камиллаштырыуға, туҡ­тауһыҙ хеҙмәткә бүлеү мөһим. Шул саҡта мәғәнәһеҙ һөйләшеүҙәргә урын ҡалмаҫ, сит мәсьәләләр ҡыҙыҡһын­дырмаҫ.

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең көрәштәше Ибн Аббас кеше өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙең айырыуса ҡиммәт икәнлеген әйткән.

1. Үҙеңә ҡағылышы булмаған темаға һөйләшмә. Кире осраҡта, ваҡытыңды бушҡа үткәрерһең. Был һөйләшеүҙә хаталаныуың, гонаһ алыуың ихтимал.

2. Әгәр белгәнең хаҡында бәйән итәһең икән, хәбәреңде ҡыҫҡа һәм аныҡ еткер. Һөйләгәнең урынлы булһын.

3. Бәхәсләшмә! Түҙемленең күңелендә үҙеңә ҡарата кире тойғо тыуҙырырһың (ул һине өндәшмәүе менән еңер), аҡылһыҙ иһә тәрбиә­һеҙлеге, әҙәпһеҙлеге менән йәнде яралар.
Читайте нас: