Кеше организмы – Аллаһ Тәғәләнең бер ниғмәте. Шуға ла уны һаулығыңа зыян итмәй, тәнеңә төрлө һүрәттәр төшөрмәй, таҙалыҡта йөрөтөү зарур. Беҙ тәнде үҙ теләгебеҙ менән һайлап алмайбыҙ, Хоҙай ниндәй таҙалыҡ бирһә, шуны һаҡлап йөрөтөргә тейешбеҙ. Шуға күрә тәмәке тартҡан кеше тәү сиратта Аллаһ алдында яуап тотасаҡ.
Был мәсьәләнең икенсе – матди яғы ла бар. Тәмәкене кеше ҡиммәт хаҡҡа һатып ала. Айына уртаса 1500-2000 һум аҡса никотинға сарыф ителә, тир түгеп тапҡан аҡса елгә оса. Ә бит ошо хаҡҡа файҙалы әйбер һатып алһаң, йә булмаһа уны ғаиләңә, балаларыңа, туғандарыңа бирһәң, тәнең дә һау-сәләмәт, малың да һаҡланыр ине. Йыш ҡына тәмәкегә алданып, әҙәм балаһы хатта үҙенә кәрәкле әйберҙәрҙән дә баш тарта. Ә был түбәндәге аятҡа ҡаршы килә: “Эй, Әҙәм балалары! Ашағыҙ, эсегеҙ, ләкин исраф ҡылмағыҙ, Аллаһ исраф итеүселәрҙе һөймәй”.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм сәләмәтлек хаҡында хәҙистәрендә лә әйткән: “Күп кешеләр ике әйбергә иғтибар итмәй: һаулығын һаҡлауға һәм буш ваҡытына”, “Дүрт нәмә хаҡында яуап бирмәйенсә, кеше бер ҡайҙа ла китмәй. Беренсенән, ғүмереңде нисек үткәрҙең? Ерҙә һиңә бүленгән ваҡытыңды нимәгә арнаның? Икенсенән, ғилемеңде нисек ҡулландың? Өсөнсөнән, йыйған малыңды ҡайҙа ҡулландың? Дүртенсенән, сәләмәтлегеңде нисек һаҡланың?
Хәҙистәрҙән күренеүенсә, мосолман тәү сиратта һаулығын ҡайғыртырға, организмына зыян килтереүсе һәм ағыулаусы әйберҙәрҙән тыйылырға тейеш. Икенсе хәҙистә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм былай тигән: “Мосолмандың ғәмәленән һәм һүҙенән башҡа кешеләр зыян күрмәҫкә тейеш”. Ә тәмәкесе үҙен генә ағыулап ҡалмай, тирә-яҡтағы кешеләрҙең дә һаулығына зыян килтерә.