Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
6 Март 2018, 11:08

Өс иләк

Бер кеше имам-хатип янына килә лә:– Һеҙҙең турала дуҫығыҙ нимә һөйләгәнен әйтәйемме? – ти, йыш-йыш тын алып.– Туҡта, көтөп тор, – тип яуаплай мулла. – Нимә әйтергә теләгәнеңде тәүҙә өс иләк аша үткәр.

Бер кеше имам-хатип янына килә лә:
– Һеҙҙең турала дуҫығыҙ нимә һөйләгәнен әйтәйемме? – ти, йыш-йыш тын алып.
– Туҡта, көтөп тор, – тип яуаплай мулла. – Нимә әйтергә теләгәнеңде тәүҙә өс иләк аша үткәр.
– Нисек?
– Беренсенән, был һүҙҙәрҙе дөрөҫлөк иләгенә һал. Миңә әйтергә теләгәнеңдең хаҡ икәнен ныҡлы беләһеңме?
– Юҡ. Ишеттем генә...
– Яҡшы. Тимәк, дөрөҫмө-юҡмы икәнен белмәйһең. Хәҙер инде еткерергә теләгән һүҙҙәреңде изгелек иләгенән үткәрәйек. Һин минең дуҫым хаҡында яҡшы хәбәр әйтергә теләйһеңме?
– Юҡ! Киреһенсә!..
– Тимәк, – тип һүҙҙе бүлгән имам-хатип. – Һин уның тураһында, хатта ки дөрөҫлөктө белмәһәң дә, ниндәйҙер насар һүҙ еткерергә ниәтләйһең. Өсөнсө – файҙа иләге. Миңә был хәбәрҙе мотлаҡ ишетеү кәрәкме? Ул тормошома ыңғай йоғонто яһармы, файҙа килтерерме?
– Юҡ...
– Тимәк, еткерергә теләгән һүҙең хаҡ та, яҡшы ла, файҙалы ла түгел. Бындай осраҡта уны ниңә әйтергә?

Читайте нас: