Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
6 Февраль 2018, 11:39

“Ярлыбыҙ шул, атай...”

Бер мәл бик бай кеше улын үҙе менән илдәр буйлап сәйәхәткә алып сыҡҡан. Маҡсаты бер – малайға бәғзеләрҙең нисек йәшәгәнен күрһәтеү. Аҡсаһыҙлыҡтан интегеүҙең ни икәнен күрһен әле!

Бер мәл бик бай кеше улын үҙе менән илдәр буйлап сәйәхәткә алып сыҡҡан. Маҡсаты бер – малайға бәғзеләрҙең нисек йәшәгәнен күрһәтеү. Аҡсаһыҙлыҡтан интегеүҙең ни икәнен күрһен әле!

Улар бер нисә көндө ярлы ғаилә көн иткән ауыл йәйләүендә үткәргән. Ҡайтырға сыҡҡас, ир улының тәьҫорат­тары менән ҡыҙыҡһынған.

– Бик ныҡ оҡшаны, атай, – тигән малай.

– Ҡайһы бер кешеләрҙең ни тиклем ярлы икәненә төшөндөңмө?

– Әлбиттә!

– Ниндәй айырмалыҡ күрҙең? – тип ныҡышҡан ир.

– Беҙҙең бер эт бар, ә йәйләүҙәгеләрҙеке – дүртәү, – тип сағыштырып һөйләй башлаған улы. – Беҙҙең бассейн баҡсаның яртыһын ғына биләй, ә уларҙың йылғаһының иге-сиге юҡ. Йортобоҙ алдына ҡуйылған бер нисә фонарь төнөн үҙебеҙҙең эргәне генә яҡтыртһа, ауылдағыларҙың баш осонда һанап бөткөһөҙ йондоҙ нур сәсә. Йәшәгән биләмәбеҙ тимер ҡапҡалар менән уратып алынған, ә уларҙа – күҙ күреме етмәҫ яландар, баҫыуҙар, урмандар. Беҙ аҙыҡты һатып алабыҙ, ауылдыҡылар иһә үҙҙәре үҫтерә...

Малай тын ҡалып уйланып торған да өҫтәп ҡуйған:

– Эйе, беҙ шул хәтлем ярлы шул, атай...

Читайте нас: