* Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – тормошоң яйланыр.
* Гонаһлы эштәрҙән тыйыл.
* Ҡөрьәнде йышыраҡ уҡып, мәғәнәһенә төшөнөргә тырыш.
* Башҡаларға изгелек ҡылһаң, үҙеңде бәхетле тойорһоң.
* Йөрәгеңде асыу, көнсөллөк, нәфрәт, һаранлыҡ кеүек насар тойғоларҙан таҙарт.
* Файҙаһыҙ эштәрҙән – ғәмәлдәрҙәге, аралашыуҙағы, туҡланыуҙағы самаһыҙлыҡтан – һаҡлан.
* Үткәндәр тураһында күп уйлама – уларҙы барыбер ҡайтарып булмай, алдағы хаҡында
йыш хыял ҡорма – киләсәгең әле етмәгән. Ғүмереңдең һәр көнөн матур, файҙалы итеп үткәрергә ынтыл.