Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
21 Декабрь 2017, 13:25

Динебеҙ ғилем менән көслө

Төҙөлөш эштәре барыуға ҡарамаҫтан, Раевка мәсетенең ишектәре һәр кемгә асыҡ.

Төҙөлөш эштәре барыуға ҡарамаҫтан, Раевка мәсетенең ишектәре һәр кемгә асыҡ.
Мәсетте яңыртып төҙөү бер йыл элек башланды. Иман йортона йөрөүселәр ярҙамы менән бинаның тамбуры һүтелде, төкәтмә өсөн нигеҙ һалып, бурсанан бура күтәрелде, тимерҙән көмбәҙҙең каркасын да эшләнеләр.
Бөгөн мәсет түбәһен мөһабәт көмбәҙ биҙәй, төҙөүселәр тәкәтмәгә тәҙрәләр ҙә ҡуйған.
- Хәйриә аҡсаһына әкренләп материалдар һатып алабыҙ, - ти төҙөлөш осоронда прораб вазифаһын да үҙ өҫтөнә алған районыбыҙҙың имам мөхтәсибе, Раевка мәсете имам хатибы Илшат хәҙрәт. – Әммә эштәр күп әле, уның өсөн, әлбиттә, аҡса кәрәк. Беҙ, һәр ваҡыттағыса, яҡташтарыбыҙ ярҙамына ышанабыҙ, сөнки элек-электән мәсеттәрҙе бөтә халыҡ менән бергә күтәргәндәр.
Төҙөлөш барыуға ҡарамаҫтан, мәхәллә ишектәре һәр ваҡыт асыҡ. Изге Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары тантаналы уҙҙы, йома намаҙҙарына йөрөүселәр ҙә күп. Дин әһелдәре изге эштәр тураһында ла онотмай, балалар йортона ярҙам итә, мәсеткә килеүселәрҙең үтенесен дә кире ҡаҡмай.
- Мәсет – намаҙ уҡыу урыны ғына түгел, ә ислам дине ҡанундарын танып-белеү мәктәбе лә ул, - ти Илшат хәҙрәт. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр Интернет селтәренә өҫтөнлөк биреп, барлыҡ мәғлүмәтте шунан ала, осраҡлы кешеләргә ышанып, тура юлдан тайпылыусылар ҙа бар. Улар ислам диненең экстремизм һәм террор менән бер ниндәй уртаҡлығы юҡлығын аңламай, беҙҙең динебеҙ золомдоң теләһә ниндәй төрөн, ҡанһыҙлыҡты тыя. Дини экстремизм менән көрәшеүҙең төп ҡоралы – аң-белем таратыу. Аҙнаның һәр шишәмбе һәм кесаҙнаһында 19 сәғәттә өлкәндәр һәм балалар менән ислам нигеҙҙәрен һәм ғәрәп телен өйрәнеү буйынса дәрестәр үткәрәбеҙ. Шулай булғас, ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәр, мәсеткә юлды онотмағыҙ, - тип саҡырҙы имам мөхтәсиб.
Төҙөлөш эштәре тамамланғас, Раевка мәсете яңы төҫ аласаҡ. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иркен һәм яҡты намаҙ залдары буласаҡ, айырым бүлмәләр ҙә ҡаралған. Мәсетте яңыртып төҙөүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала, сөнки изге эш ерҙә ятып ҡалмай бит.
Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.
Мәсет төҙөүгә аҡсаларҙы Һаҡлыҡ банкының 639002069019586575-се картаһына күсерә ала. Алыусы: Йосопов Илшат Илдар улы.
Хәйер-саҙаҡа йыйыу мәсеттең үҙендә лә ойошторолған.
Читайте нас: