Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
24 Июнь 2021, 12:19

Июлдә иҫтәлекле көндәр. Халыҡ һынамыштары

Июль - йәйҙең икенсе айы. Уны "еләк айы", "йәшенле ай" тип тә йөрөтәләр. Сөнки эҫе көн тиҙ арала йәшенле ямғыр менән аралашырға мөмкин.

Июлдә иҫтәлекле көндәр. Халыҡ һынамыштары
Июлдә иҫтәлекле көндәр. Халыҡ һынамыштары
Июлдә иҫтәлекле көндәр. Халыҡ һынамыштары
Июлдә иҫтәлекле көндәр. Халыҡ һынамыштары

Июлдә иҫтәлекле көндәр

1 - Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө.

3 – Халыҡ-ара кооперация көнө.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көнө.

4 – Диңгеҙ һәм йылға флоты хеҙмәткәрҙәре көнө.

8 – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.

11 - Рәсәй почтаһы көнө.

Балыҡсылар көнө.

17 – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға – 90 йәш (1931).

18 – Металлургтар көнө.

19 – Ғәрәфә көнө.

20 – Ҡорбан байрамы.

Халыҡ-ара шахмат көнө.

24 - Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө.

25 – Хәрби-Диңгеҙ флоты көнө.

Тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.

30 - Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнө.

 

Халыҡ һынамыштары

- Иртә таңда ысыҡ мул төшһә – көн эҫе булыр.

- Ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа – ямғырға.

- Сәскәләр хуш еҫ бөркһә, эҫе булыр.

- Ямғыр яуырға булһа, томан күтәрелер.

- Ҡояш батҡанда болоттар уның артынан эйәреп барһа, ҡеүәтле ел булыр.

- Әгәр болоттар таҫма-таҫма булып ағылһа – ямғыр көт.

- Иртән үлән ҡоро булһа – төндә ямғыр яуыр.

- Үрмәксе ау үрергә тотонһа, көндәр аяҙға булыр.

- Июль айында яңы ай салҡан тыуһа, йыл болотло булыр, ямғыр мул булыр.

- Иртән ҡояшты томан ҡаплаһа, көн аяҙ була.

- Йәй томанлы булһа, емеш уңыр.

- Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе ҡыш йылы була.

- Себен-серәкәйҙәр өймәк-өймәк осһа, көн аяҙ, ә бит-ҡулға ҡағылып осһа, ямғырлы булыр.

- Иртә таңда ысыҡ мул төшһә – көн эҫе булыр.
- Сәскәләр хуш еҫ бөркһә, эҫе булыр.

Фото:ivday.ru

 

Читайте нас: