Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
23 Апрель 2021, 09:30

24 апрелдә диктант яҙабыҙ

Диктантты башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр өсөн – “Бүреләр” төркөмө солисы Илшат Абдуллин, башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн рок-башҡарыусы Альберт Исмәғил уҡыясаҡ.

24 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн-форматта, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Интернет селтәре, мобиль ҡушымталар аша ойошторола. Халыҡ-ара акцияны республика Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Башҡорт дәүләт университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы берлектә үткәрә.

Быйыл акция онлайн һәм оффлайн форматта үтәсәк. Ҡатнашыу өсөн https://bashdiktant.ru/ сайтында теркәлергә, йә смартфонға мобиль ҡушымта ҡуйып алырға кәрәк: http://surl.li/pyqu - андроид, http://surl.li/pyra - IOS.

24 апрелдә Өфө ваҡыты менән 11.00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, "Бәйләнештә" социаль селтәрендә, "YouTube" видеохостингында диктант тексы тура эфирҙа уҡыласаҡ. Йылдағыса, телде төрлө кимәлдә белгәндәр өсөн айырым текстар ҡаралған:

11.00 11.25 – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр өсөн;

11.30 - 12.00 – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;

12.05 - 12.30 – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Акцияла ҡатнашыусылар диктантты үҙаллы өйҙә лә яҙа ала. Оффлайн форматта мәктәптәрҙә, юғары һәм урта һөнәри укыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, предприятиеларҙа, ижтимағи ойошмаларҙа һ.б. урындарҙа ҡатнашырға мөмкин.

Шулай уҡ диктантты 2021 йылдың 26 апреленең 23.59 сәғәтенә тиклем http://bashdiktant.ru рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (https://vk.com/bash_fond) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.

"Интернет" мәғлүмәт-телекоммуникация селтәре аша яҙған ҡатнашыусыларҙың эштәре https://bashdiktant.ru/ сайтындағы шәхси кабинет аша ҡабул ителә. Шулай уҡ яҙма эштәрҙең фотоһын, скан вариантын [email protected] электрон почтаһына 2021 йылдың 26 апреленең 23.59 сәғәтенә тиклем ебәрергә мөмкин. Диктант яҙыуҙа ҡатнашыусыларға сертификаттар сайттағы шәхси кабинеттары аша йә электрон почтаға ебәрелә.

Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdiktant.ru/ сайтында баҫылып сығасаҡ.


Читайте нас: