Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
6 Февраль 2021, 14:25

Йәнә айлыҡ аҡсалата компенсациялар тураһында

Башҡортостанда торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса сығымдар граждандарҙың айырым категорияларына субсидия һәм ай һайын бирелә торған аҡсалата компенсация (ЕДК) рәүешендә ҡайтарыла, улар республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге аша бирелә.

Айлыҡ аҡсалата компенсацияны алыусылар:
-ветерандарҙың айырым категориялары (хеҙмәт ветерандары, һуғыш ветерандары, тыл эшсәндәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары);
- инвалидтар һәм инвалид балалары булған ғаиләләр;
- радиация йоғонтоһона дусар булған граждандар;
- күп балалы ғаиләләрҙең айырым категориялары (өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалары булған) һ. б.
Социаль түләү күләме һәр кеше өсөн шәхси һәм түбәндәгеләргә бәйле:
- граждандарҙың льготалы категорияһына. Мәҫәлән, ауылда йәшәүсе күп балалы ғаиләгә (атай, әсәй һәм дүрт бәлиғ булмаған бала) компенсация күләме 100 процент тәшкил итәсәк. Ә хәрби хәрәкәттәр ветераны өсөн торлаҡҡа түләү сығымдарының 50 процентын ғына компенсациялау ҡаралған;
- торлаҡ фонды төрөнә. Инвалидтарға һәм инвалид балалары булған ғаиләләргә торлаҡ өсөн түләүгә компенсация дәүләт һәм муниципаль торлаҡ фондтары биналарҙың дөйөм майҙанынан сығып бирелә. Коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә - торлаҡ фонды төрөнә ҡарамаҫтан. Шулай уҡ торлаҡ фонды төрөнә ҡарамағтан, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә айлыҡ компенсацияны тыл эшсәндәре лә ала;
- йортта льготасы менән теркәлгән граждандар һанына ҡарап. Инвалидҡа, хеҙмәт ветеранына, тыл эшсәненә түләү, уның ғаилә ағзаларын иҫәпкә алмай, бары тик льготалы кешенең үҙенә генә бирелә. Һуғыш инвалидына, инвалид балаһы булған ғаиләгә - уның менән бергә йәшәүсе ғаилә ағзаларын иҫәпкә алып;
- торлаҡ бинаның майҙанына. Хеҙмәт ветеранына ай һайын бирелә торған компенсация ул биләгән майҙанға, әммә РФ Хөкүмәте тарафынан раҫланған торлаҡ майҙанының социаль нормаһының федераль стандарты сиктәрендә бирелә (18 кв.м). Уның менән бергә 32 кв. м майҙанда тағы ла бер ғаилә ағзаһы йәшәй икән, һәр береһе биләгән фактик майҙан (16 кв. м) иҫәпкә алына ;
- коммуналь хеҙмәттәрҙе иҫәпкә алыу приборҙары булыу (булмау). Мәҫәлән, дөйөм майҙаны 43,1 кв. м булған торлаҡ бинала өс кеше йәшәй, шул иҫәптән бер инвалид һәм ташламалы категорияға инмәгән ике кеше. Һалҡын һыу менән тәьмин итеү күләме уларҙа 8,833 куб. м тәшкил итә. Ҡулланыу нормативы бер кешегә 4,27 куб. м күләмендә билдәләнгән. Улар һәр кешегә 2,944 куб. м һыу сарыф иткән (8,833 куб. м өскә бүләбеҙ), йәғни ҡуллану нормативынан (4,27 куб.м) аҙыраҡ. Был осраҡта һалҡын һыу менән тәьмин итеү буйынса коммуналь хеҙмәттәргә айлыҡ компенсация фактик ҡулланыу күләменә ҡарап иҫәпләнә;
- йорт ҡаттарына ҡарап. Граждандарҙың ташламалы категорияларына күп фатирлы йортта дөйөм милекте капиталь ремонтлау өсөн взнос түләүҙең сығымдарына компенсация бирелә, әмма айына дөйөм майҙанының бер квадрат метрына капиталь ремонт өсөн БР норматив хоҡуҡи акты менән билдәләгән взностың минималь күләменән һәм торлаҡ биналарҙың дөйөм майҙанынан сығып иҫәпләнгән сумманан артыҡ түгел;
- торлаҡ бинаның төҙөкләндереү кимәленә. Лифты һәм сүп-сар үткәргесе булмаған күп фатирлы йортта торлаҡ өсөн түләү күләме лә кәмерәк буласаҡ, тимәк, айлыҡ компенсация күләме лә аҙыраҡ ҡаралған. Йорттоң төҙөкләндереү дәрәжәһенә ҡарап, торлаҡ биналарҙы йыылытыу менән тәьмин итә торған коммуналь хеҙмәттәрҙең (газ, электр энергияһы, утын) ҡулланыу нормативтары алына. Был коммуналь хеҙмәттәргә түләү күләменә, тимәк, айлыҡ компенсация күләменә лә йоғонто яһай;
- бурыс булыу-булмау. Әгәр льготасының бурысы бар икән, компенсация уны түләү тураһында килешеү булған осраҡта ғына бирелә. Әгәр бурыс түләнмәгән йәки бындай килешеү юҡ икән, түләү туҡтатыла. Шуға бәйле, айлыҡ аҡсалата компенсацияны иҫәпләгәндә һәм билдәләгәндә, ниндәйҙер билдәләнгән берҙәм түләү алыу мөмкин түгел.
Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: