31 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем - сәғәт 8-ҙән 17 сәғәткә тиклем, шул иҫәптән ашығыс саҡырыуҙар сәғәт 8-ҙән 16 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. Ауырыуҙарҙы дежур табип-терапевт, табип-педиатр ҡабул итә.
4 ғинуарҙа – эш көнө, поликлиника һәм балалар консультацияһы сәғәт 8-ҙән 17 сәғәткә тиклем, шул иҫәптән ашығыс саҡырыуҙар сәғәт 8-ҙән 16 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. Терапевт, хирург, травматолог-ортопед, акушер-гинеколог ҡабул итә.
2 – 9 ғинуарҙа табип-стоматологтар ашығыс ярҙам күрһәтә.
1 ғинуар – ял көнө.
10 ғинуарҙа ашығыс ярҙам хеҙмәте саҡырыуҙарҙы ҡабул итеп, 16 сәғәткә тиклем эшләй.
Стационар тәүлек әйләнәһенә, ғәҙәти режимда эшләй.
Ашығыс ярҙамды 03, 103, 112, 8 (34754) 2-20-00, 8-937-859-72-82 телефондары буйынса саҡыртырға мөмкин.
Район дауаханаһы хакимиәте.