Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
24 Декабрь 2020, 15:00

Райондың социаль-мәҙәни үҙәге балаларҙы һәм өлкәндәрҙе күңелле Яңы йыл сараларына саҡыра

25 декабрҙә 11 сәғәттә Совет майҙанында - район хакимиәте башлығының Яңы йыл бүләктәрен тапшырыу тантанаһы. “Шыршы янында мажаралар” балалар Яңы йыл иртәлеге;

26 декабрҙә 14 сәғәттә Совет майҙанында - Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу көнө. Ҡыш Бабайҙар парады. Иң яҡшы костюм, флешмоб конкурсы;
27 декабрҙә 14 сәғәттә Совет майҙанында – “Һин һәм мин - Яңы йыл шатлығы!” спорт эстафетаһы. Күңелле спорт саралары (ҡар бәрешеү, арҡан тартыу, конкурстар);
28 декабрҙә онлайн-форматта - социаль селтәрҙәрҙә “Яңы йыл менән ҡотлау” флешмобы - туған телдә иң яҡшы Яңы йыл ҡотлауы. Сәләмләү һәм хештегтар күрһәтелгән видеороликтар акцияһы;
29 декабрҙә 14 сәғәттә Совет майҙанында - Ҡыш Бабай һәм әкиәт геройҙары менән Яңы йыл әйлән-бәйләне. “Ҡыш Бабайҙа ҡунаҡта” театрлаштырылған тамашаһы;
30 декабрҙә 14 сәғәттә Совет майҙанында - «Яңы йыл карнавалы» иң үҙенсәлекле Яңы йыл костюмы конкурсы. Театрлаштырылған тамаша, костюмдар дефилеһы, бүләкләүҙәр;
31 декабрҙә 18 сәғәттә Совет майҙанында – «Һаумы, һаумы, Яңы йыл!». Театрлаштырылған тамаша, Ҡыш Бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар флешмобы, концерт;
1 ғинуарҙа 15 сәғәттә социаль-мәҙәни үҙәктә – Яңы йыл кинозалы. Балалар өсөн йәнһүрәттәр күрһәтеү;
2 ғинуарҙа 14 сәғәттә Совет майҙанында – “Бергәләп Яңы йылды ҡаршылайбыҙ!” балалар өсөн күңелле конкурстар һәм уйындар;
3 ғинуарҙа 14 сәғәттә Совет майҙанында – “Диско-шыршы” музыкаль программаһы,
15 сәғәттә социаль-мәҙәни үҙәктә – йәнһүрәттәр күрһәтеү;
4 ғинуарҙа 14 сәғәттә Совет майҙанында - «Музыкаль коктейль» бейеү-уйын программаһы,
15 сәғәттә социаль-мәҙәни үҙәктә – йәнһүрәттәр күрһәтеү;
5 ғинуарҙа 14 сәғәттә Совет майҙанында – “Яңы йыл серпантины” шыршы тирәләй бейеү программаһы;
15 сәғәттә социаль-мәҙәни үҙәктә – йәнһүрәттәр күрһәтеү;
6 ғинуарҙа 14 сәғәттә Совет майҙанында – “Төклө аяғың менән, Яңы йыл!” күңел асыу программаһы,
18 сәғәттә социаль-мәҙәни үҙәктә – “Бәхет ҡарҙары” Яңы йыл концерты;
7 ғинуарҙа 18 сәғәттә Совет майҙанында – халыҡ уйындары һәм йолалары менән «Святки и колядки» театрлаштырылған тамашаһы;
8 ғинуарҙа онлайн-форматта – Музыка көнө. “Минең музыка” онлайн-фестиваль-марафоны;
9 ғинуарҙа 14 сәғәттә Совет майҙанында - Халыҡ бейеүе көнө. Әлшәйҙәр араһында “Бергә бейейбеҙ!” бейеү конкурсы. Конкурс һөҙөмтәләре социаль селтәрҙәрҙә ҡуйыла;
10 ғинуарҙа 14 сәғәттә Совет майҙанында – “Шыршы янында әйлән-бәйлән” балалар өсөн байрам,
15 сәғәттә социаль-мәҙәни үҙәктә – йәнһүрәттәр күрһәтеү;
11 ғинуарҙа сәғәттә Совет майҙанында – “Беҙҙең саналар үҙҙәре шыуалар” спорт байрамы,
15 сәғәттә социаль-мәҙәни үҙәктә – йәнһүрәттәр күрһәтеү;
12 ғинуарҙа 14 сәғәттә Совет майҙанында – «Их, быймалар, быймалар» байрамы. Быймалар биҙәү буйынса оҫталыҡ дәресе, конкурс;
13 ғинуарҙа 18 сәғәттә Совет майҙанында - «Иҫке Яңы йылды ҡаршылау» халыҡ байрамы.
14 ғинуарҙа 14 сәғәттә Совет майҙанында – “Күңелле саналар” күңел асыу программаһы,
15 сәғәттә социаль-мәҙәни үҙәктә – йәнһүрәттәр күрһәтеү.
Ауыл мәҙәниәт йорттары һәм клубтары шундай уҡ план буйынса саралар уҙғара.
Саралар санитария-эпидемиология нормаларын күҙәтеп үткәрелә.
Читайте нас: