Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
4 Декабрь 2020, 12:50

3-13 декабрҙә матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө

Был көндәрҙә ваҡытлы матбуғатҡа, шул иҫәптән район «Әлшәй хәбәрҙәре» район гәзитенә, 2021 йылдың беренсе яртыһына (йәки бер йылға) ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин.

Район баҫмаһына rbsmi.ru сайтында, почта бүлексәләрендә, хат ташыусылар аша яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ Раевка ауылы, Киров урамы, 3 адресы буйынса редакцияның үҙендә альтернатив подпискаға (гәзитте шишәмбе һәм йома көндәрҙә редакциянан үҙегеҙгә килеп алырға) квитанция тултыра алаһығыҙ. Кәмендә биш данаға коллектив менән яҙылған осраҡта, баҫманы район үҙәге ойошмаларына һәм предприятиеларына илтеп биреү мөмкинлеге бар.
Шулай уҡ rbsmi.ru сайтында “Әлшәй хәбәрҙәре”нең электрон вариантына яҙылырға була. Был осраҡта гәзит һеҙҙең электрон почтағыҙға киләсәк.
Читайте нас: