Медицина ойошмаһы медицина-социаль экспертизаға юллама биргән граждандарға тикшереү ситтән тороп үткәрелә.
Бындай юллама булмағанда, яңынан тикшереү ваҡыты тап бына ошо осорға тура килгән кешеләргә элек билдәләнгән инвалидлыҡ төркөмө оҙайтыла, шулай уҡ яңы шәхси реабилитация йәки абилитация программаһы эшләнә.
Инвалидлыҡ элек тикшергәндә билдәләнгән датанан алып алты айға оҙайтыла.
Инвалидлыҡты оҙайтыуға мохтаж граждандар тураһында белешмәләр РФ Пенсия фонды тарафынан медицина-социаль экспертиза учреждениеларына инвалидлыҡ срогы тамамланғансы 14 көндән дә һуңламай тапшырыла. Бюро, үҙ сиратында, инвалидлыҡ ваҡытын оҙайтыу тураһында ҡарарҙы инвалидлыҡ срогы тамамлағансы өс эш көнөнән дә һуңламай ҡабул итә.
Инвалидлыҡ билдәләү фактын раҫлаусы белешмә һәм инвалидты (инвалид баланы) реабилитациялауҙың йәки абилитациялауҙың шәхси программаһы, РФ шәхси мәғлүмәттәр тураһындағы закондарҙы үтәп, гражданинға почта аша заказлы хат менән ебәрелә.
Мәғлүмәт “Башкортостан Республикаһы” нәшриәт йорто тарафынан бирелде.