Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
20 Октябрь 2020, 16:00

Пионерҙар йорто саҡыра

Берекмәләрҙә күнекмәләр расписание буйынса үтә.

20 октябрҙә сәғәт 12-лә – “Кеше һәм уның һаулығы” яңы берекмә презентацияһы,

15 сәғәттә – Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған “Һалдат батырлығы беҙҙең йөрәктәрҙә” экскурсияһы;

21 октябрҙә сәғәт 12-лә – “Ағастан төрлө әйберҙәр яһайбыҙ” оҫталар турниры,

15 сәғәттә – “Киләсәк һөнәрҙәре” квест-уйыны;

22 октябрҙә сәғәт 12-лә – “Һыу туризмы” яңы берекмә презентацияһы,

15 сәғәттә – “Изге эштәрҙең көҙгө марафоны” ирекмәндәр акцияһы (ветерандарға ярҙам күрһәтеү),

уҡыусылар араһында дәүләт һәм төбәк символдары һәм атрибуттарын белеүгә республика конкурсының муниципаль этабы (эштәрҙең фотоһүрәттәре 30 октябргә тиклем ҡабул ителә);

23 октябрҙә сәғәт 12-лә – “Первым делом, первым делом - самолеты...” оҫтала ҡунаҡта (самолет моделдәре яһау),

15 сәғәттә – “Киләсәккә билет” проекты. “Мода технологияһы” компетенцияһы буйынса һөнәри һынау. Футболка биҙәү;

24 октябрҙә сәғәт 11-ҙә – “Әлшәй районы халыҡтарының мәҙәниәте һәм көнкүреше” тематик этношәмбе;

25 октябрҙә сәғәт 12-лә – “У похода есть начало...” ял походы;

26 октябрҙә сәғәт 12-лә – “3D – прототиплаштырыу технологияһын ҡулланып мультфильм персонаждарын төшөрөү” танып-белеү практикумы. “Мультимикс” яңы берекмә презентацияһы,

15 сәғәттә – “Театр донъяһында” театраль квиз,

“Тәбиғәт көҙгөһө” декоратив-ҡулланма сәнғәт конкурсы (номинациялар: композиция, скульптура, флористика). Эштәрҙең фотоһүрәттәре 29 октябргә тиклем ҡабул ителә;

27 октябрҙә сәғәт 12-лә – “Беҙ футбол тубы менән етеҙ уйнайбыҙ” спорт йүнәлешендәге футбол турниры,

15 сәғәттә – “Күңелле каникулдар” интерактив уйыны;

28 октябрҙә сәғәт 12-лә – “ДоМиСоль-ка” музыкаль сәғәте,

15 сәғәттә – “Логика ҡайҙа” интеллектуаль уйыны;

29 октябрҙә сәғәт 12-лә – мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн танып-белеү сәғәте. “Әкиәттә ҡунаҡта” викторинаһы,

15 сәғәттә – “Тәбиғәтте ярат!” экологик уйыны,

Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған «Үҙ ҡулдарыбыҙ менән хәрби техника яһайбыҙ» конкурсы (эштәрҙең фотоһүрәттәре 3 ноябргә тиклем ҡабул ителә);

30 октябрҙә сәғәт 12-лә – Бөтә донъя фольклориадаһына бағышланған «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» бейеү флешмобы,

15 сәғәттә – «Киләсәккә билет» проекты. “Мода технологияһы” компетенцияһы буйынса һөнәри һынау. Кейем биҙәү;

31 октябрҙә сәғәт 11-ҙә – «Беренсе тиҙлек» техник йүнәлештәге берекмәләрҙә тәрбиәләнеүселәрҙең ярыштары,

12 сәғәттә - "Самоделкины» ғаилә клубы (тәбиғи материалдан композициялар яһау);

1 ноябрҙә сәғәт 12-лә – “Турист һуҡмаҡтары буйлап” ял көнө походы;

2 ноябрҙә сәғәт 12-лә – мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн “Юл әлифбаһы” уйын программаһы,

15 сәғәттә – “Әлшәй Мәргән” Әлшәй районы тарихы биттәре буйлап экскурсия,

“Файҙалы каникулдар” спорт челленджы (балалар каникулдарҙы һаулыҡ өсөн нисек файҙалы үткәреүҙәре тураһында видеосюжеттар ебәрә). Эштәрҙең видеолары 4 ноябргә тиклем ҡабул ителә;

3 ноябрҙә сәғәт 12-лә - "Самоделкины» ғаилә клубы (сувенирҙар яһау),

15 сәғәттә - “Ватанымды данлайым!” музыкаль конкурсы;

4 ноябрҙә сәғәт 12-лә - Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бағышланған «Рәсәйҙең данлы биттәре» журналы,

15 сәғәттә - «Берҙәмлектә – беҙҙең көс!» квест-уйыны.

Читайте нас: