Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
14 Октябрь 2020, 18:30

Каникулдар иртәрәк башлана

Уҡыусылар өсөн ял көндәре 17 октябрҙә башлана һәм 4 ноябргә тиклем дауам итәсәк.

Республикала ҡатмарлы эпидемиологик хәл һәм коронавирус инфекцияһы менән ауырыусылар һаны артыу сәбәпле, көҙгө каникулдарҙы оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Уҡыусылар өсөн ял көндәре 17 октябрҙә башлана һәм 4 ноябргә тиклем дауам итәсәк. «Каникулдарҙы оҙайтыу белем биреү сифатында сағылыш тапмаясаҡ, белем биреү программаларына төҙәтмәләр индереләсәк», - тип аңлаттылар республика Мәғариф һәм фән министрлығында.

Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә ҙур күләмле саралар һанын кәметергә ҡушты һәм хәүеф төркөмөндәге, иң элек 65 йәштән өлкәндәр өсөн, элеккесә үҙ аллы изоляция режимын үтәү буйынса тәҡдимдәрҙең ғәмәлдә булыуын иҫкәртте.

Үҙ хәбәрсебеҙ.

Фото: infourok.ru

Читайте нас: