Әлшәй хәбәрҙәре
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
13 Октябрь 2020, 14:14

Һаулыҡ поезы беҙҙең районға килә

Һаулыҡ поезы 19 һәм 20 октябрҙә – Аксен ауылында, 21 һәм 22 октябрҙә –Шафран ауылында, 23 октябрҙә Түбән Әүрездә эшләйәсәк.

Август айында республикала “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә һаулыҡ поездары үҙ эшен яңынан башланы.

Әлшәй районында акция 19-23 октябрҙә уҙа. Һаулыҡ поезы 19 һәм 20 октябрҙә – Аксен ауылында, 21 һәм 22 октябрҙә –Шафран ауылында, 23 октябрҙә Түбән Әүрездә эшләйәсәк.

Район дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, ауылдар халҡы табип-белгестәрҙән консультация ала, медицина тикшереүе үтә, киҙеүгә ҡаршы прививка яһата һәм беренсел медицина ярҙамы ала аласаҡ. Акцияла күсмә модулле үҙәктәр: Һаулыҡ үҙәге, флюорограф, маммограф, шулай уҡ үҙәк район дауаханаһының күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡатнаша.

Читайте нас в