Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
1 Октябрь 2020, 18:10

Бассейн нисек эшләй?

Санитария-эпидемиология талаптарына ярашлы, ете йәшкә тиклем балаларға бассейнға йөрөү тәҡдим ителмәй, сөнки бассейнда һыуҙы таҙарта һәм зарарһыҙландыра торған компонент бар.

Раевка ауылында бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылыу менән күп әлшәйҙәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап биреүен үтенеп, беҙ директор урынбаҫары В. П. ЧИБИЗОВҡа мөрәжәғәт иттек.
- Владимир Петрович, ниндәй көндәрҙә бассейнға килеп йөҙөргә мөмкин һәм бының өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?
- Беҙҙең комплекс 15 сентябрҙән эшләй башланы. Эш һәм ял көндәрендә бассейнға йөрөүселәр өсөн махсус график эшләнде. Д-шәмбе – санитария көнө. Шуны ла әйтергә кәрәк, 7 йәштән алып балалар өлкәндәр оҙатыуында ғына беҙгә килә ала. Ололар өсөн бер сәғәтлек сеанс 130 һум күләмендә билдәләнһә, балаларға – 70 һум. Балаларҙың тыуған көндәрен күрһәтеп, ғаилә составы тураһында белешмә алып килгән күп балалы ғаиләләргә абонемент хаҡы түбәндәгесә: ололарға сәғәтенә – 100 һум, балаларға – 50 һум. Хаҡлы ялдағыларға (пенсия таныҡлығын күрһәткәндә) -100 һум. Беҙгә килеүселәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн алты инструктор яуаплы, һауыҡтырыу сеанстары улар күҙәтеүе аҫтында үткәрелә. Бассейнда йөҙөү ваҡыты расписаниеға ярашлы, 45 минут тәшкил итә, душта ҡойоноу һәм кейенеү-сисенеү бүлмәһендә булыуға 15 минут ваҡыт бирелә. Бассейндың эш ваҡытын белеү, шулай уҡ сеанстарға яҙылыу өсөн 8 (34754) 3-39-06, 3-39-05 телефондарына шылтыратырға мөмкин.
- Әгәр кемдер өйҙә резина башлыҡтарын онотоп ҡалдырған икән, һеҙҙә һатып алырға мөмкинме?
- Йөҙөү костюмы (купальник), плавки, резина башлыҡ, сланцы, таҫтамал, шампунь, һабын, йыуғыс һәм аяҡ кейеме өсөн пакетты үҙең менән алып килеү кәрәк. Әммә шул уҡ ваҡытта ошо әйберҙәрҙең күбеһен беҙҙә һатып алырға ла мөмкин.
- Ни өсөн ете йәшкә тиклемге балаларҙы бассейнға йөрөтөргә ярамай һәм билдәле бер категорияға ҡараған балалар өсөн бушлай абонементтар ҡаралғанмы тип ҡыҙыҡһына күптәр.
- Санитария-эпидемиология талаптарына ярашлы, ете йәшкә тиклем балаларға бассейнға йөрөү тәҡдим ителмәй, сөнки бассейнда һыуҙы таҙарта һәм зарарһыҙландыра торған компонент бар. Һыу ингәндә кескәйҙәр ошо һыуҙы йоторға мөмкин, ә был уларҙың һаулығы өсөн насар. Бушлай абонементҡа килгәндә иһә, беренсе һәм икенсе төркөм инвалид балалар бассейнға бушлай йөрөй ала.
Ирина ВЛАДИМИРОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: