Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
30 Сентябрь 2020, 19:38

“УРАЛ БАТЫР”ҘЫҢ НИҢӘ ҠЫЛЫСЫ ЯЛТЫР?

ЙӘКИ БАШҠОРТСА ЙӘНҺҮРӘТТЕҢ ИСЕМ ТУЙЫНДА БАЛАЛАР НИНДӘЙ ҺОРАУҘАР БИРҘЕ?

2018 йылда “Аҡбуҙат” журналы Башҡортостан Башлығының Республикала дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау буйынса башҡорт телендә комикстар һәм йәнһүрәт эшләү өсөн грант алғайны. Бер нисә йыл һуҙымында баҫмала комикстар баҫылып килде. Ә быйыл августа йәнһүрәт төшөрөлөп бөттө, тап бөгөн Республика көнөн һәм төбәктә уҙғарылған Башҡорт теле йылына бағышлап, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында анимация фильмының исем туйы үтте.

Сарала уҡыу йортоноң башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашты. Уларҙың шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов, ҡасандыр ошо мәктәпте тамамлаған танылған режиссер Булат Йосопов, “Тамыр” каналының директоры Гөлназ Ҡолһарина, Республика нәшриәт йорто директоры Айнур Дәүләтбәков ҡатнашты.

Сара башында “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина баҫмала ойошторолған конкурстар, саралар тураһында һөйләп китте. Арҙаҡлы башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңынан журнал ойошторған конкурста ҡатнашыусылар араһында былбелем усағының уҡыусылары ла бар. Улар сәхнәгә сығып, һабаҡташтары араһынад тағы ла бер тапҡыр шағирҙың шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Камилә Таһирова (4 “а” класс), Наҙгөл Ғәбитова (1 “а” класс ), Азамат Абдуллин (3 “в” класс) бик матур итеп уҡыны Шәйехзада шағирҙың әҫәрҙәрен! Афарин, балалар!

Ш. Бабич шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында Йәрмәкәй районынан 5 йәшлек Эвелина Тимербулатова ла бар. Ул да бөгөн егерменселәр алдында сығыш яһаны. Афарин, Эвелина. Ул шиғырҙы башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләне!

Артабан инде викторина ойошторолдо. Унда ла балалар әүҙем ҡатнашты.

Йәнһүрәтте балалар бер тынала иҫтәре китеп ҡараны. Араларында көлөп ебәргәндәр ҙә булды. Ә инде фильм тамамланыу менән һорау бирергә теләүселәрҙең күплеген күрһәгеҙ! Нимә генә ҡыҙыҡһындырмай балаларҙы: “Ниңә Һомайҙың сәсе йәшел?”, “Урал батырҙың ниңә ҡылысы ялтырап тора?”, “Ниңә Шүлгән Уралды яратмай?”, “Уларҙың ата-әсәһе ҡайҙа булды?”, “Ҡылыс ниңә башта икәү ине?”, “Тағы дауамы бармы?”, “Урал ниңә бәләкәй буйлы?”... Хәйер, әгәр дәрестәргә саҡырып ҡыңғырау сыңламаһа, беҙ көн оҙоно йәнһүрәт тураһында һөйләшеп, уны ғына ҡарап ултырыр инек.

Рәссам Дамир Мөхәмәтйәров етәкләгән ижадсылар төркөмөн сәхнәнән ебәререргә теләмәне балалар. Был үҙе үк беренсе башҡортса йәнһүрәттең уңышлы килеп сығыуына дәлил! Уҡыусылар уның дауамын түҙемһеҙләнеп көтөүен дә әйтте.

Йәнһүрәт телевидение каналдары аша ла күрһәтеләсәк. "Аҡбуҙат" журналының сайтына ла ҡуйыласаҡ!

Читайте нас: