Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
3 Август 2020, 18:00

Иҫтәлекле урындарға маршрут

Автоюлдарҙа рус һәм инглиз телдәрендә яҙылған халыҡ-ара стандарттар буйынса эшләнгән күрһәткестәр барлыҡҡа килде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: яҙ көнө республика Башлығы Радий Хәбиров «Транспорт сәғәте»ндә туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Салауат Нафиҡовҡа ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төп туристик трассаларҙы һәм маршруттарҙы тулы мәғлүмәле күрһәткестәр менән тәьмин итеүгә техник бирем әҙерләргә ҡушҡайны. Республика Башлығы билдәләүенсә, Башҡортостанда яҡшы туристик объекттар бик күп. Әммә уларҙы табыу еңел түгел. Республика аша төбәк-ара әһәмиәттәге күп кенә юлдар уҙа, үтәнән-үтә трафик ҙур һәм күркәткестәр уның бер өлөшөн туристлыҡ объекттарына индерергә ярҙам итә алыр ине.

Һәм бына күптән түгел генә автомобиль юлдарында халыҡ-ара стандарттар буйынса эшләнгән беренсе күрһәткестәрҙе урынлаштыра башланылар. Улар кешеләрҙе төбәктең иҫтәлекле һәм матур урындарына, тәбиғи һәм археология объекттарына, музейҙарға, ғибәҙәтханаларға һәм һәйкәлдәргә йүнәлтә. Быйыл 30 сентябргә тиклем федераль, төбәк трассаларында һәм урындағы әһәмиәттәге юлдарҙа 1500 билдә ҡуйыу планлаштырыла.

Туризм буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, үҫешкән туристик инфраструктуралы күп кенә илдәрҙә визуаль коммуникацияларҙың да бына шундай системаһы – бер төрлө визуаль элементтар, аҡ-көрән төҫ гаммаһы һәм билдәле бер шрифт ҡулланыла. Башҡортостанда бындай күрһәткестәрҙең барлыҡҡа килеүе дөнъяның төрлө мөйөштәренән килгән туристарға мәғлүмәтте тиҙ танып-белеү мөмкинлеге бирәсәк. Башҡорт телендәге яҙыуҙарҙы туранан-тура объекттарҙың үҙендә урынаштырыу тәҡдим ителә.

Ошо көндәрҙә Әлшәй районы территорияһында ла рус һәм инглиз телдәрендә яҙылған күрһәткестәр пәйҙә булды. Улар шулай уҡ беҙҙең яҡтың иҫтәлекле урындарына алып бара. Мәҫәлән, Шафран курорты, Чехов исемендәге шифахана, Ташлы ауылында «Килен ташы», табиғәт һәйкәлдәре - Сусаҡтау менән Сатыртау һәм башҡалар. Был билдәләр буйынса туристар беҙҙең район аша Миәкә районындағы «Нарыҫтау» туристлыҡ комплексына һәм Бәләбәй районындагы Аксаковтар усадьбаһына еңел генә барып сыға ала.

Күрһәткестәр ҡуйыу менән шөғөлләнгән Әлшәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығында билдәләүҙәренсә, район буйынса рус һәм инглиз телдәрендә барлығы 41 билдә ҡуйыласаҡ. Улар Өфөнөң «Ремстройдормаш» заводында эшләнә, унда республика юлдары өсөн барлыҡ юл билдәләрен етештерәләр.

Ә автомобилдә сәйәхәт итергә яратыусы социаль селтәрҙәрҙән файҙаланыусылар күрһәткестәрҙең уңайлылығын баһаларға өлгөргән дә инде, уларҙың күбеһе республикала һәм беҙҙең районда ҡыҙыҡлы урындарҙың күп булыуын белмәгәнлектәрен таный. Шуға ла был, һис шикһеҙ, яҡшы яңылыҡ.

Читайте нас: