Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
8 Июль 2020, 14:00

Июль айына бәйле һынамыштар

Июль – йәйҙең үҙәге. Халыҡ күп йыллыҡ күҙәтеүҙәренә таянып, июлгә бәйле байтаҡ һынамыштар ҙа сығарған.

Фенологтар йәйҙең ысын оҙонлоғо 76 көн тип билдәләй һәм уны өс осорға бүлә: йәй башы – 11 июндән 7 июлгә тиклем, тулы йәй – 7 июлдән 28 июлгә тиклем, йәй аҙағы 28 июлдән 28 августҡа тиклем.

Июль – йәйҙең үҙәге. Халыҡ күп йыллыҡ күҙәтеүҙәренә таянып, июлгә бәйле байтаҡ һынамыштар ҙа сығарған.

* Питрауға (12 июлгә) тиклем үләндең шифаһы – сәскәлә, Питрауҙан һуң – тамырҙа.

* Питрауҙа ямғыр һибеүе – ҡырҙа бесән сереүе.

* Питрауҙан һуң һандуғастың теле бөтә, үләндең тәме китә.

* Кисен йәйғор ҡалҡһа, иртәгәһенә көн матур булыр.

* Иртәнсәк ысыҡ мул төшһә, көн эҫе булыр.

* Әгәр иртән үлән ғәҙәттәгенән нығыраҡ аңҡый икән – ямғырға.

* Кистән ысыҡ төшһә, иртәгәһенә аяҙ булыр.

* Ҡаҙаяҡ бөгәрләнһә, ямғырға.

Читайте нас: