Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
22 Июнь 2020, 12:00

Июль ниндәй булыр?

Тиҙҙән июль айы башлана. Синоптиктар һауа торошона фараздарын бирҙе.

Йәйҙең беренсе айы үтеп бара. Тиҙҙән июлгә инәбеҙ. Синоптиктар һауа торошона фараздарын бирҙе.
Июнь аҙағы һалҡынса һәм ямғырлы булмаҡсы. Көндөҙ 15 градус ҡына йылы буласаҡ, ә төндәрен ҡырау ҙа төшмәксе. Йәйҙең икенсе айы ла был тенденцияға эйәрергә тырышасаҡ.
Июль башында термометр бағанаһы көндөҙ 16 градстан да юғары күтәрелмәйәсәк. Шул уҡ ваҡытта ямғырҙар һәм йәшен көтөлә. Ләкин был беренсе биш көндә генә. Унан йәй йәйгә оҡшарға тейеш,25 градус йылы буласаҡ, тип ышандыра синоптиктар.
Читайте нас: