Әлшәй хәбәрҙәре
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
8 Июнь 2020, 14:00

Башланып торған аҙнала беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә?

Йәй йылы көндәре менән ҡыуандырыуын дауам итәсәк.

Синоптиктар ниҙәр вәғәҙә итә?

Республиканың үҙәк райондарындағы ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар ҙа бер аҙ туҡтап тороп, шишәмбегә һауа торошо 30 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Урал аръяғы райондарында көндөҙ +33 градусҡаса тиклем эҫелек көтөлә. Был төбәк халҡы күптән ямғыр көтһә лә, синоптиктар ундай хәбәр менән ҡыуандырырға ашыҡмай.

Төндәге һауа температураһы ла ныҡлап йылынды, ул +14...+16 градус арауығында тирбәләсәк.

Аҙна аҙағына табан (йома-йәкшәмбелә) республиканың үҙәк, төньяҡ, көньяҡ-көнбайыш райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ, әммә һауа температураһының түбән төшөүе көтөлмәй – йылы көндәр дауам итәсәк.

Читайте нас в