Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
30 Март 2020, 14:05

Сәләмәт йылмайыуға ни етә!

М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында стоматология кабинеты асылды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған “Ҡанатлан” милли мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модулен үҫтереү сиктәрендә, республикала уҡыусылар һаны 800-ҙән артҡан мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары асыла. Бөгөн дөйөм белем биреү учреждениеларында 61 теш кабинеты бар, уларҙың барыһы ла балалар стоматологияһы стандарттарын иҫәпкә алып йыһазландырылған һәм берҙәм дизайнер стилендә эшләнгән. Каникулдар башланыр алдынан сәләмәт йылмайыу кабинеты тантаналы шарттарҙа М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында ла асылды.
Күптән көтөлгән ваҡиға уҡыусылар, ата-әсәләр һәм педагогтар өсөн ҙур байрамға әйләнде. Балалар шиғырҙар һөйләне, ә ҡунаҡтар ихлас теләктәрен еткерҙе. Лицейсыларҙы ҡотлау өсөн район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, уның урынбаҫары Айҙар Солтанғолов, мәғариф бүлеге етәксеһе Зилә Чупова, Раевка үҙәк район дауаханаһының педиатрия бүлеге мөдире Алһыу Зыязетдинова, стоматология бүлеге мөдире Азамат Ниғмәтуллин, ата-әсәләр килгәйне.
Мәктәп директоры Римма Дәүләткирәева әйтеүенсә, теш кабинеты асылыр алдынан ҙур әҙерлек эштәре алып барылған: бина һайланған һәм ремонт яһалған, кәрәкле ҡорамалдар ҡайтартылған, медицина эшмәкәрлегенә лицензия алынған. Заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған кабинет йәш пациенттарҙы ҡабул итеүгә тулыһынса әҙер.
Уҡыусыларҙы Раевка үҙәк район дауаханаһының тәжрибәле стоматологы, 25 йыл хеҙмәт стажына эйә Лилиә Юнысова дауалаясаҡ. Ул шулай уҡ балаларға тештәрҙе нисек таҙартырға, ниндәй гигиена сараларын күҙәтергә кәрәклеге тураһында һөйләйәсәк, төрлө викториналар һәм конкурстар үткәреп, ауыҙ ҡыуышлығы ауырыуҙарын иҫкәртеү өлкәһендә белемдәрен арттырасаҡ. Был маҡсаттар өсөн табиптың бүләктәре лә әҙер – улар, әлбиттә, тештәрҙе тәрбиәләү кәрәк-яраҡтары. Лилиә Ғәбит ҡыҙы, иң ҡыйыу пациенттар ҙа бүләк аласаҡ, тип вәғәҙәләне.
- Бөгөн лицейҙа 957 ҡыҙ һәм малай белем ала. Беренсе профилактик тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, 90 проценттан ашыу уҡыусыларҙың тештәрен дауаларға кәрәк. Тәүге пациенттарҙы ата-әсәһе рөхсәте менән кисекмәҫтән дауалай башлаясаҡбыҙ, - ти Лилиә Ғәбит ҡыҙы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: