Был хаҡта хөкүмәт ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһында коронавирустың таралыуына ҡаршы көрәш буйынса координация советының беренсе ултырышында вице-премьер Татьяна Голикова белдерҙе. «Имтихандар теҙмәһенә үҙгәрештәр индерҙек, БДИ-ны ваҡытынан алда тапшырыу ваҡыты күсерелде. Әлегә ваҡытын билдәләмәгәнбеҙ, ләкин тиҙҙән әйтербеҙ. Әммә был һынау тотоусылар һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн зыянһыҙ булыр тип әйткем килә», — тип хәбәр итте РИА Новости. Мәғариф министрлығының һәм Рособрнадзорҙың раҫланған бойороғона ярашлы, 2020 йылда Берҙәм дәүләт имтиханы өс этапта үтергә тейеш ине. Беренсе, ваҡытынан алда биреү этабы — 20 марттан 13 апрелгә, төп осор — 25 майҙан 29 июнгә, ә өҫтәмә осор 4 сентябрҙән 22-һенә тиклем тип билдәләнгәйне.