Халыҡ-ара фестиваль 3 меңдән ашыу үҙешмәкәр ижад коллективын һәм донъяның 85 иленең вәкилдәрен йыя.
Киң күләмле мәҙәни форум Башҡортостандың бөтә төбәктәрендә лә уҙасаҡ. Республика шартлы рәүештә туғыҙ фестиваль округына бүленгән, уларҙың һәр береһендә - ете-һигеҙ район. Барлығы – 70-тән ашыу майҙансыҡ, унда, концерт сараларынан тыш, декоратив - ҡулланма сәнғәт күргәҙмә-йәрминкәләре, традицион уйындар, милли кейемдәр парадтары ойоштороласаҡ. Фольклориадала ҡатнашыусыларҙы ҡабул итәсәк райондар араһында беҙҙең Әлшәй районы ла бар.
- Беҙ көньяҡ-көнбайыш округҡа инәбеҙ, унда шулай уҡ ут күршеләребеҙ – Миәкә, Бишбүләк, Йәрмәкәй райондары, Дәүләкән һәм Бәләбәй ҡалалары ла ингән. Беҙҙең зонаға Босния һәм Герцеговина, Бөйөк Британия, Израиль, Непал, Сент Винсент һәм Гренадины, Төркмәнстан һәм Шри Ланка артистарының килеүе көтөлә. Улар Бәләбәйҙә йәшәйәсәк, унда Фольклориаданы тантаналы асыуҙан һуң, 20 июлдә, барасаҡтар. Артабан улар көн һайын программа буйынса райондарға сығасаҡ. Беҙгә, Әлшәйгә, сит ил артистары 25 июлдә килә, - ти мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим Әкимбәтов.
Барлыҡ майҙансыҡтар ҙа open air форматында эшләйәсәк - был фестивалдең төп талаптарының береһе. Асыҡ майҙансыҡ халыҡҡа ҡунаҡтарҙың сығышын күпләп ҡарарға мөмкинлек бирә. Беҙҙә фестиваль программаһы Совет майҙанында уҙасаҡ. Ҡатнашыусыларҙың милли кейемдәр парады Еңеү парады маршруты кеүек Ленин, Кусков һәм Кесе Ленин урамдары буйлап үтәсәк. Һауа торошо боҙолһа, сығыштар өсөн район мәҙәниәт һарайы бинаһы әҙерләнә. Ҡунаҡтар менән бер сәхнәлә беҙҙең фольклор коллективтары ла сығыш яһаясаҡ.
- Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алыу өсөн беҙҙә барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Өҫтәүенә, халыҡ-ара кимәлдәге сараны уҙғарыу тәжрибәһе лә бар. Хәтерләүегеҙсә, 2019 йылдың июнь айында Һабантуй байрамында беҙ бер юлы бер нисә илдән килгән экзотик коллективтарҙың «Берҙәмлек – Содружество» Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалендә ҡатнашыусыларҙы ҡабул иттек. Уҙған йыл фестивалгә әҙерлек сиктәрендә Совет майҙаны яңыртылып, унда юл япмаһы алмаштырылды, яңы сәхнә төҙөлдө, шулай уҡ республика бюджетынан бүленгән аҡсаға ҡиммәтле музыка аппаратураһы һатып алдыҡ, - тине ҙур күләмле ваҡиғаға әҙерлек тураһында Мирғәсим Факил улы.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, халыҡ-ара фестивалде үткәреүгә волонтерҙар ҙа йәлеп ителә. Республика буйынса барлығы 300-гә яҡын ирекмән әҙерләү планлаштырыла. Уларҙың бөтәһе лә, башлыса, инглиз, шулай уҡ испан һәм француз телдәрен яҡшы белгән йәштәр буласаҡ. Бөгөн районда һигеҙ волонтер ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Концертҡа нисек эләгергә икән тип, борсолорға кәрәкмәй, ти ойоштороусылар. Барлыҡ саралар ҙа асыҡ майҙансыҡтарҙа уҙа. Өфөлә концерттар үткәреү өсөн бөтә традицион асыҡ урындар ҙа файҙаланыласаҡ. Төп майҙансыҡ, алдан уйланылғанса, Конгресс-холл артындағы амфитеатр буласаҡ, унда «Ватан» этнопаркы урынлашҡан. Һәр ил был сәхнәлә сығыш яһай аласаҡ – бында ысын мәғәнәһендә «Фольклориада йөрәге» тибәсәк.
Сит ил ҡунаҡтары ҡатнашлығында былтырғы байрам күренештәре.