Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
2 Март 2020, 14:10

Ҡануниәттә яңылыҡ

13 ноябрь Башҡортостанда иҫтәлекле көн буласаҡ.

Республика Дәүләт Йыйылышы яңы иҫтәлекле дата – 112-се Башҡорт атлы дивизияһы көнөн булдырҙы.
Республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Суворов һәм II дәрәжә Кутузов орденлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса иҫтәлекле дата йыл һайын 13 ноябрҙә билдәләнәсәк. 1941 йылда тап ошо көндә милли ғәскәрҙәр берләшмәләре, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, формалаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.
фото/Pixabay
Читайте нас: