Йәш һүҙ оҫталары бер юлы бер нисә бүләккә лайыҡ булды. Ижади эштәр конкурсында "Аҫыл һүҙ" номинацияһында - М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡыусыһы Алтынай Сәләмова (етәксеһе А. Р. Вәлиева), ә “Иң яҡшы очерк” номинацияһында Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенән Нәркәс Ғәбитова (М. З. Муллағолова) еңеүсе булды. Фәнни-тикшеренеү эштәре конкурсында Раевка гимназияһының һигеҙенсе синыф уҡыусыһы Йондоҙ Хәбирова (етәксеһе Р. Ш. Зарипова), 2-се мәктәптең алтынсы синыф уҡыусыһы Яҙгөл Шәймөхәмәтова (Ә. М. Миңлеғолова) һәм Ҡыпсак-Асҡар мәктәбенең етенсе синыф уҡыусыһы Данияр Кәримов (М. З. Муллағолова) өсөнсө дәрәжә дипломға лайыҡ булды.