Ялған саҡырыуҙар, ғәҙәттә, ысынбарлыҡта булмаған ваҡиғалар тураһында хәбәрҙәр йәиһә балаларҙың шаярыуы ул.
Ә бит хулиганлыҡ ҡылыу ниәте менән аңлы рәүештә ашығыс ярҙам, полиция йәки янғын хеҙмәтен саҡырған өсөн законда язаға тарттырыу ҡаралған. Заманса техник саралар ярҙамында хулигандарҙы асыҡлауы ауыр түгел. Махсуслаштырылған хеҙмәттәрҙе ялған саҡырған өсөн административ яуаплылыҡ – 1000 һумдан алып 1500 һумға тиклем штраф ҡаралған.
Әммә бындай шылтыратыуҙар хаҡы аҡса эквиваленты менән генә үлсәнмәй – “ашығыс ярҙам” йәки полиция ялған саҡырыу буйынса ҡайҙалыр барғанда, кемгәлер ысынлап та ярҙам талап ителеүе ихтимал. Шулай уҡ тейешле хеҙмәттәр ялған саҡырыуға барыу буйынса сығымдарҙы ҡаплатыу (техниканы эксплутациялау, бензин) өсөн судҡа хоҡуҡ тәртибен боҙоусыға дәғүә менән мөрәжәғәт итеүе лә мөмкин. Шуға ла трубканы алып шылтыратыр алдынан бының ниндәй эҙемтәләргә килтереүе тураһында уйланырға кәрәк.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлеге өлкән инспекторы.