Таирға өс йәш тә юҡ әле, әммә уға бик ауыр һынауҙар үтергә тура килә. Татыу ғаиләлә ике малай тәрбиәләүсе Лиана һәм Артур Кулгуниндар бәләкәй улдарының уң күҙендә ниндәйҙер үҙгәреш булыуын күреп ҡала. Тикшереү балала күҙ шекәрәһе рагы булыуын күрһәтә.
- Был бик һирәк осрай торған шеш, ләкин иртә диагноз ҡуйылған осраҡта ретинабластоманы тулыһынса дауалап була. Шунлыҡтан, ихтыяр көсөн туплап, беҙ яман сиргә ҡаршы көрәшергә ҡарар иттек, - ти Лиана күҙ йәштәрен тыя алмайынса. – Оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, юғиһә күҙҙе һаҡлап ҡалып булмаясаҡ.
Баланың ата-әсәһе консультация алыу һәм дауаланыу үтеү өсөн Швейцариялағы поликлиникаға мөрәжәғәт итергә уйлай. Ләкин бының өсөн 4 миллион һумға яҡын аҡса кәрәк. Әлбиттә, йәш ата-әсә был ҙур сумманы үҙҙәре генә йыя алмаясаҡ.
Кулгуниндар ярҙам һорап туғандарына, дуҫтарына, төрлө фондтарға мөрәжәғәт иткән. Әлегә ни бары бер миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған.
Ошо көндәрҙә Таир Өфөлә икенсе тапҡыр химиотерапия үтә.
- Беҙ, бөтә әсәйҙәр һәм атайҙар кеүек үк, улыбыҙҙы һауыҡтырыу өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең бөтәһен дә эшләргә тырышабыҙ. Ләкин үҙебеҙ генә проблеманы хәл итә алмайбыҙ...Зинһар, ярҙам итегеҙ, бәлә менән яңғыҙыбыҙҙы ҡалдырмағыҙ. Хатта 10-50 һум да ярҙам буласаҡ! Сөнки тамсыларҙан диңгеҙ йыйыла бит. Бик үтенеп һорайбыҙ, Таирға киләсәкте күреү шатлығы бүләк итегеҙ! – тип мөрәжәғәт итә Лиана үҙенең яҡташтарына.
Кулгуниндар Бәләбәйҙә йәшәй, ә Лиана үҙе Әлшәйҙән, Аксен ауылында тыуып үҫкән, пенсионер ата-әсәһе бөгөн шунда йәшәй.
Шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ, яҡындарыңа ярҙам ҡулы һуҙыу - беҙҙең ҡаныбыҙҙа. Әйҙәгеҙ, кескәй Таирға ярҙам итәйек!
Ярҙам күрһәтеү өсөн реквизиттар:
Лиана Салауат ҡыҙының телефоны: 8-927-940-0711, Артур Асҡар улының телефоны: 8-917-498-7408. Телефон номерҙары банк карталарына беркетелгән.
Һаҡлыҡ банкы картаһы номеры: 4817760219344318. Алыусы: Кулгунин Артур Асҡар улы.