Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
17 Февраль 2020, 17:55

Ит комбинатын реконструкциялау көтөлә

Предприятиены реконструкциялау яңы корпус төҙөү, заманса ҡорамалдар һатып алыу, етештерелгән продукция линияһын киңәйтеүҙе күҙ уңында тота.

“Башҡортостан ит компанияһы” генераль директорының беренсе урынбаҫары Ринат Зәйнуллин әйтеүенсә, ит комбинатын яңыртып төҙөүгә инвестиция күләме 384 млн һум тәшкил итә. Предприятиела 190 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Алда билдәләнгән планды тормошҡа ашырғас, “Әлшәй-ит” йәмғиәте мал салыу һәм эшкәртеү сифатын арттырып, Европа стандарттарына сығасаҡ. Предприятиела яңы эш урындары ла барлыҡҡа киләсәк. Реконструкциялау планын бойомға ашырыу 2020 йылдың декабренә планлаштырылған.


Читайте нас: