Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
14 Февраль 2020, 21:35

Баш ҡала мәктәптәрендә карантин оҙайтылды

Өфө мәктәптәрендә карантин тағы бер аҙнаға оҙайтыла.

Йәғни 24 февралгә тиклем уҡытыу ситтән тороп алып барыла. Шуны билдәләп үтәйек: дүшәмбе, 24 февраль, байрам тип иҫәпләнә, шуға күрә Өфө уҡыусылары кәмендә һигеҙ көн мәктәпкә бармай. Бынан алда «Башинформ» ҡала балалары араһында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп менән сирләү кимәленең күтәрелеүенә бәйле 10 февралдән барлыҡ мәктәптәрҙә карантин иғлан ителеүе тураһында хәбәр иткәйне. Республиканың ҡайһы бер балалар баҡсаларында ла сикләү нормалары ғәмәлдә.
фото/Pixabay
Читайте нас: