Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
12 Февраль 2020, 17:55

Радий Хәбиров Шафран ауылындағы Туғандар ҡәберлегенә сәскәләр һалды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Әлшәй районы буйлап эш сәфәре барышында Шафран ауылындағы Туғандар ҡәберлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды.

Бында 369 Бөйөк Ватан һуғышы яугире, өс Афған һуғышы яугире ерләнгән. Шафранда 1942 йылдан алып һуғыш яланында яраланған һалдаттарҙы дауалау өсөн эвакогоспиталь эшләгән. Үлгән һалдаттар туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Һуғыштан һуң 1948 йылда был урын тимер ҡойма менән уратып алынған. 1972 йылда һалдаттарҙың исеме, тыуған һәм вафат булған йылы яҙылған 369 мемориаль плита ҡуйылған.

Радий Хәбиров ошонда уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Ғәлинур улы Ғөбәйҙуллин менән аралашты. Бөгөн Раевка ауылында йәшәгән ветеран төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, уҡыусылар менән осраша. Ватан һуғышы ордендары, «Германияны еңгән өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «Японияны еңгән өсөн», «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалдары, «Фронтовик» билдәһе менән бүләкләнгән. Радий Хәбиров ветеранды 9 майҙа Еңеү парадында ҡатнашыу өсөн Өфөгә саҡырҙы, ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге теләне һәм уға ҙур телевизор бүләк итте.
фото/Башинформ
Читайте нас: