Район прокуратураһы “Рассвет” АХПК-һы” йәмғиәтендә хеҙмәт закондарының үтәлешен тикшерҙе.
Тикшереү асыҡлауынса, 2018 йылдың 1 ғинуарында хеҙмәткәр һәм “Рассвет” АХПК-һы араһында хеҙмәт күрһәтеүҙең гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеүе төҙөлгән булған. Килешеү шарттары буйынса гражданин производство-хужалыҡ эшмәкәрлегенә етәкселек итергә, предприятиеның һатып алыусылар, поставкалаусылар һәм заказсылар алдындағы бөтә йөкләмәләрен үтәүҙе тәьмин итергә тейеш була. Ул хеҙмәт дисциплинаһын техника хәүефһеҙлеге, хеҙмәтте һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтеүҙе тәьмин итә һәм башҡалар. Килешеүгә ярашлы, хеҙмәт күрһәткән өсөн заказсы башҡарыусыға айлыҡ түләү билдәләгән.
Бөтә был хәл-шарттар ғәмәлдә хеҙмәт мөнәсәбәттәре булдырылыуын күрһәткәнлектән, район прокуратураһы хеҙмәткәр һәм “Рассвет” АХПК-һы” йәмғиәте араһындағы мөнәсәбәттәрҙе хеҙмәт мөнәсәбәттәре итеп табыу һәм хеҙмәт кенәгәһенә яҙма яҙыу тураһындағы ғаризаны судҡа ебәрҙе. Ғариза тикшерелде һәм ҡәнәғәтләндерелде.
район прокуроры ярҙамсыһы.