Әгәр транспорт, ер һәм мөлкәткә һалым буйынса льгота хоҡуғы 2019 йылда тәүге тапҡыр бирелһә, һеҙ һалым инспекцияһына ғариза менән мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, тип хәбәр итә Рәсәй Һалым хеҙмәте БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Ғаризаны 2019 йыл өсөн һалым ҡағыҙҙарын күпләп ебәрә башлау алдынан, йәғни 2020 йылдың 20 майына тиклем, “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты”, почта аша, һалым инспекцияһына йәки күп фунциялы үҙәккә шәхсән килеп тапшырырға мөмкин.
Пенсионерҙар, пенсия алды йәшендәгеләр, инвалидтар, өс һәм унан күберәк балиғ булмаған балалары булған кешеләр, 50 кв.метрҙан артмаған хужалыҡ ҡаралтылары хужалары һалым льготалары бирелеү тураһында ғариза ебәрмәһә лә була. Хәҙерге ваҡытта улар өсөн ғаризаһыҙ тәртип булдырылды: һалым органы Пенсия фонды, Росреестр, халыҡты социаль яҡлау органдарынан алынған мәғлүмәткә ярашлы льготасыларға ташламалар билдәләй.
Ер һалымы буйынса һалым базаһы милектә булған, срокһыҙ файҙаланылған йәки ғүмерлеккә мираҫҡа тапшырылған граждандарҙың льготалы категорияларының бер ер участкаһы майҙанының 600 кв. метрының кадастр хаҡы күләмендә кәмей.
Физик шәхестәрҙең һалым һалынмаған билдәле бер объекты өсөн мөлкәткә һалым буйынса льготалар 16 категория һалым түләүселәргә ҡаралған.
2019 йылғы һалым осоронда ғәмәлдә булған льготаларҙың тулы исемлеге менән “Милек һалымдары буйынса льготалар һәм ставкалар тураһында белешмә мәғлүмәт” сервисында танышырға мөмкин.