Бер йылытып, бер һыуытып торғандан, бөтә нәмәне шаҡырайтып туңдырғандан халыҡ уны элек шаҡай тип атаған. Февралдә һыйырҙар быҙаулай, һарыҡтар бәрәсләй башлай. Тауыҡтар йомортҡа һалырға керешә. Ағастарҙа бөрөләр бүртә. Урман-ҡырҙарҙа төлкө, бүреләрҙең туйҙары башлана, улар был мәлдә ныҡ уҫаллана. Аҡландарҙа ҡуяндар уйнай. Ай аҙағында тәбиғәттә мөғжизәле күренеш – һуйыр уйнауы башлана. Мышылар мөгөҙҙәрен һала.
*Йылы февраль һыуыҡ яҙ килтерә.
*Февраль ныҡ буранлы булһа, август ямғырлы булып, ужым уңыр. *Ҡайын ботағында ҡар алҡа-алҡа булып аҫылынып торһа, иген уңыр. *Бәҫ күп булһа, бал күп булыр.
*Февраль һалҡын һәм ҡоро торһа, август эҫе буласаҡ.