<p><strong>Өс йәштән 7 йәшкә (был йәште лә индереп) тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙе аҙ килемле ғаиләләр (әгәр ғаиләнең бер ағзаһына килем күләме бер йәшәү минимумынан аҙыраҡ булһа) аласаҡ.</strong></p>2020 йылда түләү күләме балаға Рәсәй Федерацияһы субъектында уҙған йылдың икенсе кварталына билдәләнгән йәшәү минимумының (ул Башҡортостанда 4894, 5 һум) яртыһын тәшкил итәсәк. Мохтажлыҡ критерийын билдәләү сиге булып, шулай уҡ 2019 йылдың икенсе кварталына йән башына йәшәү минимумы күләме тора, ул беҙҙең республикала - 9804 һум. 2020 йыл дауамында ғаризаны ҡасан биреүгә ҡарамаҫтан, ғаиләләр түләүҙе бөтә осор өсөн – быйылғы йылдың ғинуарынан йәки балаға өс йәш тулған айҙан башлап аласаҡ. Хәҙерге ваҡытта федераль бюджетҡа төҙәтмәләр индерелә, норматив хоҡуҡи акттар әҙерләнә һәм түләү тәртибе раҫлана.