Һайлау комиссияһы ижади бәйгене дүртенсе йыл рәттән үткәрә. Был ваҡыт арауығында унда 300-ҙән ашыу малай һәм ҡыҙ ҡатнашты. Быйылғы конкурсты һайлауҙарҙы ойоштороусылар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнаны. 6-сы, 7-се синыфта уҡыусы һәләтле балалар, йәш рәссамдарға - тушь, гуашь, майлы буяуҙар, төҫлө ҡәләмдәр, фломастерҙар, күмер ҡулланып, һынлы сәнғәт, графика кеүек ижад төрҙәрендә темаға тап килгән рәсем төшөрөргә тәҡдим ителә. Ҡатнашыусыларҙың эштәрен һынлы сәнғәт уҡытыусылары, киң билдәле яҡташтарыбыҙ, данлыҡлы рәссамдар Рәмил Миһранов һәм Фәнил Шәймөхәмәтов ингән абруйлы жюри баһалаясаҡ.
Әҙәбиәт һөйөүселәргә, 8-се һәм 10-сы синыф уҡыусыларына, территориаль һайлау комиссияһы ағзалары бер нисә номинация әҙерләне:
“Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, ветерандар!” – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, тыл эшсәндәре, һуғыш осоро балаларының тормошо һәм батырлыҡтары тураһында хикәйәләр;
“Герой тарихы” - төрлө кимәлдәге һайлау комиссияларында хеҙмәт һалған фронтовиктар тураһында иншалар;
“Һуғыш минең ғаиләм тарихында” – яҡындарығыҙҙың һуғыш тураһында иҫтәлектәре;
“Еңеү тураһында хәтирәләргә минең өлөшөм” – ветерандарға, тыл эшсәндәренә шефлыҡ итеү тәжрибәһе, һәйкәлдәрҙе һәм таҡтаташтарҙы тәртиптә тотоу, волонтерлыҡ хәрәкәте һәм эҙәрмәнлек эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре.
Иншаларҙы рус, башҡорт, татар телдәрендә эссе, хикәйә, һүрәтләмә, интервью, репортаж жанрҙарында яҙырға мөмкин. Өҫтәп фотоһүрәттәр, документаль, архив һәм тыуған яҡты өйрәнеү материалдары, видеороликтар ҙа ебәреү хуплана.
Конкурс 3 февралдән 28 февралгә тиклем уҙа. Эштәр Раевка ауылы, Ленин урамы, 113 (36-сы бүлмә) адресы буйынса территориаль һайлау комиссияһында ҡабул ителә.
Иншалар һәм һүрәттәр конкурсы тураһында положение менән район хакимиәте сайтында Территориаль һайлау комиссияһы бүлегендә танышырға мөмкин.