Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
23 Ғинуар 2020, 13:20

Кинезитерапия

Кинезитерапия - быуындарҙы һәм умыртҡа бағанаһын дауалауҙа ҡулланылған яңы йүнәлеш. Бер һүҙ менән әйткәндә, хәрәкәт ярҙамында дауалау.

Махсус күнегеүҙәр “ауыртыу аша” эшләнелә. Кинезитерапия ысулының авторы Сергей Бубновский белдереүенсә, ауыртыуҙы еңеү - ауырыуҙы еңеү ул. Кинезитерапия ысулы даими һәм киҫкен арҡа ауыртыуы (дорсалгия), умыртҡалар араһы дүңгәләге бүҫере, Шморль бүҫере (төйөнө), остеохондроз, сколиоз, кифоз, артрит һәм артроз, Бехтеров ауырыуы күҙәтелгәндә һәм умыртҡа бағанаһының башҡа сирҙәре булғанда ҡулланыла. Кинезитерапия ысулын шеш, тәрән тамырҙар тромбофлебиты, тромбозы, тромбоэмболия күҙәтелгәндә бөтөнләй ҡулланырға ярамай. Шәкәр диабеты, йөрәк, ауыр үпкә ауырыуҙары булғанда, һеңер, быуын һәм мускулдар йәрәхәтләнгәндә лә был ысулға һаҡлыҡ менән ҡарау талап ителә. Һауыҡтырыу-физкультура күнегеүҙәренә ҡараған кинезитерапияны хәҙер күптәр үҙ итә. Әммә шөғөлләнеү алдынан табип менән мотлаҡ кәңәшләшергә кәрәк.
фото/Pixabay
Читайте нас: