Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
21 Ғинуар 2020, 13:25

Йыл документы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

“Ғаиләгә ярҙам итеү, уның ҡиммәттәрен баһалау – киләсәккә йөҙ тотоу ул”
Путин билдәләүенсә, “ил алдында торған ҙур күләмле социаль, иҡтисади һәм технологик бурыстарҙы оҙаҡҡа һуҙмай, тиҙ арала хәл итеү өсөн” Мөрәжәғәтнамә тәүге тапҡыр йыл башында уҡ халыҡ хөкөмөнә сығарылды. Ә бындай мәсьәләләр аҙ түгел.
Ғаиләләргә ярҙам
Президент программа документын иң көнүҙәк - демография проблемаһынан башланы. Ғаиләгә ярҙам саралары сифатында дәүләт башлығы иң тәүҙә кескәйҙәрҙе балалар баҡсалары менән тәьмин итеүҙе бурыс итеп ҡуйҙы. Билдәле булыуынса, быйыл ғинуарҙан килемдәре һәр кешегә ике йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләр өс йәш тулғансы беренсе һәм икенсе балаға айлыҡ түләүҙәр ала башланы. Ә хәҙер, Президент билдәләүенсә, өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балаларға ошондай түләүҙәр ҡараласаҡ. Пособиены килемдәре һәр кешегә бер йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләр аласаҡ.
Беренсе балаға ла әсәлек капиталы
2021 йылдың 31 декабренә тиклем иҫпләнгән әсәлек капиталы программаһы 2026 йылдың аҙағына тиклем оҙайтыласаҡ һәм уны беренсе бала тыуғанда бирә башлаясаҡтар, тип белдерҙе В. Путин. Индексациялағандан һуң әсәлек капиталы күләме 466 мең 617 һум тәшкил итте, беренсе балаһы тыуған ғаилә тап шунса сумма аласаҡ. “Хәҙерге заман шарттарында был да аҙ, тип иҫәпләйем, - тине Президент. – Әсәлек капиталын тағы ла 150 мең һумға арттырырға тәҡдим итәм. Был өҫтәмә аҡса алыу хоҡуғы ғаиләлә икенсе бала тыуған осраҡта бирелә. Шулай итеп, ике балалы ғаилә өсөн әсәлек капиталының дөйөм күләме 616 мең 617 һум тәшкил итәсәк”.
Әгәр ғаиләлә әле бер бала бар икән, икенсе бала тыуғандан һуң әсәлек капиталы яңы күләмдә - 616 мең 617 һум итеп түләнергә тейеш. Дәүләт өс балалы ғаиләнең ипотека кредитын 450 мең һумға ҡаплатыуын да иҫәпкә алып, улар, дөйөм алғанда, тормош шарттарын яҡшыртыуға 1 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ.
Дәүләт башлығы шулай уҡ 2020 йылдың 1сентябренән мәктәптәрҙә бөтә беренсе-дүртенсе синыф уҡыусыларын бушлай туҡландырыуҙы тәҡдим итте.
Мәғариф
Кмләсәктә мәктәпте тамамлаусылар һаны артасаҡ. Шуны иҫәпкә алып, вуздарҙа бюджет урындары һанын йыл һайын арттырырға кәрәк, өҫтәүенә төбәк уҡыу йорттары өҫтөнлөклө булырға тейеш, тип белдерҙе Путин. Ул шулай уҡ икенсе курстан һуң студенттарға яңы йүнәлеш йәки уҡыу программаһын һайлап алыу мөмкинлеге бирергә тәҡдим итте.
Яңы уҡыу йылынан ғәмәлдәге төбәк түләүҙәрен һаҡлап ҡалып, синыф етәкселәренә федераль бюджет аҡсалары иҫәбенә 5 мең һум күләмендә өҫтәмә түләү индереләсәк.
Сәләмәтлек һаҡлау һәм дарыуҙар тураһында
Президент әйтеүенсә, Рәсәйҙә көтөлгән ғүмер оҙонлоғо беренсе тапҡыр 73 йәштән артып китте, был 2000 йыл менән сағыштырғанда, һигеҙ йылға күберәк. Әммә халыҡ медицина ярҙамының сифатына һандар һәм күрһәткестәр буйынса ғына баһа бирмәй. Шуға ла дәүләт башлығы, 1 июлдән сәләмәтлек һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы эшләй башлаясаҡ, тип белдерҙе.
Президент медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн бөтә ил өсөн берҙәм өҫтәмә һәм компенсациялар исемлегенә нигеҙләнгән хеҙмәткә түләүҙең яңы системаһына күсеү тураһында ла әйтеп үтте.
Кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә лә Путин айырым иғтибар бирҙе, медицина уҡыу йорттарында эшкә урынлашыу гарантияһы менән бюджет урындарының 70 проценттан ашыуын маҡсатлы итергә тәҡдим итте. Реформа ординатураға ла ҡағыласаҡ.
Президент әйтеүенсә, киләсәктә йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр килеп сығырға тейеш түгел. Быйыл медицина препараттарын алыусыларҙың берҙәм регистры эшләй башлаясаҡ, дарыуҙар бушлай йәки ҙур ташлама менән бирелә.
Президент йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә милли иҡтисад, граждандарҙың реаль килемен һиҙелерлек арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыу, киләсәкте билдәләй торған йүнәлештәр буйынса үҙ технологияларын һәм стандарттарын булдырыу мәсьәләләренә, шулай уҡ экология проблемаһына ла туҡталды. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 75 йыл тулыу уңайынан Еңеү тураһындағы дөрөҫлөктө еткереүгә айырым иғтибар бирелде.
Шулай уҡ илебеҙҙең Төп законы – Конституцияны билдәләүсе дәүләт ҡоролошо һәм эске сәйәсәт мәсьәләләре лә күтәрелде. Фекер алышыуға ҡайһы бер конституция төҙәтмәләрен сығарырға тәҡдим итте.
- Рәсәй алдында яңы тарихи бурыстар тора һәм уларҙы хәл итеүҙә һәр кемдең өлөшө булыу бик мөһим. Бергәләп беҙ тормошобоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртербеҙ, сөнки Рәсәй – ул беҙ, - тине Мөрәжәғәтнамәһе аҙағында дәүләт башлығы.
Читайте нас: