Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
9 Ғинуар 2020, 13:20

Яңы йыл байрамдарынан һуң нисек эшкә тотонорға ?

Арабыҙҙа әүҙем ял итеүселәр һирәк. Яңы йыл ялдары ваҡытында күптәр буш ваҡытын өйҙә табын янында, карауатта үткәрә.

Һөҙөмтәлә, режим боҙола, кеше эшһеҙлектән күңел төшөнкөлөгөнә бирелә. Эшкә сыҡҡыһы килмәй башлай. Оҙаҡ ялдарҙан һуң эшкә сығыу еңел булһын өсөн белгестәр бер нисә кәңәште иҫтән сығармаҫҡа ҡуша:
  1. Эшкә сыҡҡас башҡарырға тейешле пландарығыҙҙы ял ваҡытында айырым ҡағыҙға яҙып ҡуйығыҙ. Был маҡсат, бурыстарҙы теүәл планлаштырырға ярҙам итәсәк.
  2. Эшкә һалмаҡ ҡына инеп китергә тырышығыҙ. Беренсе көндән үк һуңға ҡалғансы эшләмәгеҙ.
  3. Иртәгә эшкә тигән көндө төнө буйы ултырмағыҙ, иртәрәк ятып йоҡларға, йоҡоғоҙҙо туйҙырырға тырышығыҙ. Эшкә сығырға бер нисә көн ҡалғас режимды яйға һала башлаһағыҙ файҙалыраҡ булыр.
  4. Белгестәр оҙаҡ ялдарҙан һуң беренсе эш көндәрендә серотонин бүлеп сығара торған ризыҡтар: шоколад, зефир, диңгеҙ ризыҡтары, сәтләүек, кипкән еләк-емеш, эремсек, кефир ашарға кәңәш итә.
  5. Әгәр ҙә пассив ял иткәнһегеҙ икән, ғәҙәттә кәүҙә ауырлығы артырға мөмкин. Эшкә сыҡҡан көндө үк ябыға башламағыҙ, беренсе эш көнөндә үк спорт залына барыу, фитнес менән шөғөлләнеү нығынмаған организмды ҡаҡшатырға мөмкин. Һәр нәмәлә лә сама бар икәнен онотмағыҙ.
  6. фото/pixabay
    Читайте нас: