Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
24 Декабрь 2019, 13:10

Тәғәйенләүҙәр

Әлшәй районы муниципаль район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе итеп Чупова Зилә Әхмәт ҡыҙы тәғәйенләнде.

З. Ә. Чупова 1960 йылда Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған. Юғары белемле - 1986 йылда “Рус теле һәм әҙәбиәте” белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Отрада һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып башлай, 1990 йылда мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә. 2007 йылдан 2019 йылға тиклем мәғариф бүлегенең мәғлүмәт-методика үҙәге мөдире, баш инспектор булып эшләй.

“Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү почетлы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән, РФ Мәғариф һәм БР Мәғариф министрлыҡтары почет грамоталары менән бүләкләнгән.

Читайте нас: