Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
23 Декабрь 2019, 13:50

Шыршы энәләре ҡойолмаһын өсөн

Шыршыһыҙ Яңы йыл буламы инде?

Күптәр яһалма шыршы һатып ала. Байрам яҡынлашыуға уны тиҙ генә һаҡланған урынынан сығарып ҡупшы итеп биҙәп ултыртып та ҡуялар. Әммә урмандан килтерелгән шыршыларға ла өҫтөнлөк биреүселәр бар. Урмандыҡы үҙенең хуш еҫе, матурлығы менән әсир итә, ләкин бер аҙна үтеүгә энәләрен ҡоя башлай. Яңы йыл символын нисек оҙағыраҡ һаҡларға? Шыршы биҙәр алдынан уны бер аҙ тоҙ, шәкәр, бер-ике аспирин төймәһе һалынған һыулы биҙрәгә ултыртығыҙ. Шыршы ултыртырға ағас крестовинаны ҡулланығыҙ. Ағасты глицерин иҙмәһендә тотоп алығыҙ. Шунан һуң ҡырҡылған урынына иретелгән шәм һылағыҙ. Әгәр ҙә шыршығыҙҙың өйөгөҙҙө оҙағыраҡ йәмләүен теләһәгеҙ, олонон бер аҙ урталай ҡырҡып, һыулы йөн сепрәк тығығыҙ. Уны һыу менән сылатып торорға онотмағыҙ.
фото/pixabay
Читайте нас: